

Ҡар күп ябыуы сәбәпле, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы тәүлек әйләнәһенә эшләй.
18 ноябрҙән 19-на ҡаршы төндә ҡала урамдарын 245 берәмек махсус техника һәм 75 юл эшсеһе таҙартты. Бер тәүлек эсендә 6 288 кубометр ҡар сығарылған.
Боҙалауыҡ булмаһын өсөн урам-юл селтәрен боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртәләр. Үткән тәүлектә 625,2 тонна реагент файҙаланылған.
Бөгөн урамдарҙы көндөҙгө таҙартыуҙа 225 берәмек коммуналь техника һәм 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Йорт ихаталарын 118 берәмек техника һәм торлаҡ-коммуналь хужалығының идара итеү һәм хеҙмәтләндереү ойошмаларынан йәлеп ителгән 409 кеше таҙарта.
Сифатлы итеп таҙартыуға юл буйында ултырған машиналар ҡамасаулай. Шуға күрә коммуналь ойошмаларға ҡайһы бер урындарҙы ҡул менән таҙартырға тура килә, ә бының өсөн ваҡыт та күберәк кәрәк. Шуға күрә ҡала хакимиәте машиналарҙы төнгә юл буйында ҡалдырмауығыҙҙы үтенә.
Фото Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.