Йәмғиәт
19 Ноябрь 2022, 15:20

Бушлай юридик ярҙам кемдәргә күрһәтелә?

Башҡортостанда түләүһеҙ юридик юридик ярҙам көнөндә 400-ләп кешегә ошондай хеҙмәт күрһәтелде.

Бушлай юридик ярҙам кемдәргә күрһәтелә?Бушлай юридик ярҙам кемдәргә күрһәтелә?
Бушлай юридик ярҙам кемдәргә күрһәтелә?

Башҡортостанда түләүһеҙ юридик юридик ярҙам көнөндә 400-ләп кешегә ошондай хеҙмәт күрһәтелде.

Граждандарҙы ҡабул итеү 59 үҙәктә ойошторолдо.

“Сираттағы тапҡыр ышандыҡ: Түләүһеҙ юридик  ярҙам көндәре бик көнүҙәк һәм халыҡ өсөн кәрәкле йүнәлештә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр теге йәки был ҡатмарлы тормош ваҡиғаларында нимә эшләргә икәнен белмәй. Ҡайһы берәүҙәр, ҡануни яҡтан грамотаһы булмау сәбәпле, намыҫһыҙ юридик компаниялар тоҙағына эләгә. Шуға күрә ҡануни яҡтан ағартыу эше алып барыуҙы һәм профессиональ юридик ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ”, –  ти Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина.

“Беҙ етем балаларҙан торлаҡ биреүҙе һораған биш мөрәжәғәт ҡабул иттек. Артабан ошо йүнәлештәге бөтә процестарҙы контролдә тотасаҡбыҙ”, – ти Рәсәй Юристар ассоциацияһының Шишмә район бүлексәһе рәйесе Гөлнара Яҡупова.

“Башинформ” фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас