Йәмғиәт
20 Ноябрь 2022, 13:30

“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр

Конкурс өс турҙа үтте: һайлап алыу, тауыш биреү һәм финалда еңеүсене билдәләү.

“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр

Стәрлетамаҡта үткән конкурса йәмғеһе 16 гүзәл зат ҡатнашты. Улар араһында икмәк бешереүселәр ҙә, троллейбус йөрөтөүселәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә бар ине.

Жюри ағзалары бәйгенең еңеүсеһе тип Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханасыһы Марина Кудрейконы билдәләһә, 1-се урынды – Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығы вәкиле Евгения Калганова, 2-се урынды – “Водоканал” предприятиеһы хеҙмәткәре Ралина Әхмәрова, 3-сө урынды А. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы вәкиле Ксения Руденко яуланы.

Әйткәндәй, конкурс 2019 йылға тиклем даими үткәрелеп килде, әммә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында туҡтатылып торғайны һәм быйыл йәнә гөрләп үтте.

“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе” ҡала конкурсы  йәмғиәттә эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ихтирам нығытыу маҡсатында уҙғарыла һәм Владимир Путиндың “май” указы буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») тормошҡа ашырыуҙың бер күренеше булып тора.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
“Ҡатын-ҡыҙ йыл эшсеһе”н тәбрикләнеләр
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас