Йәмғиәт
20 Ноябрь 2022, 13:00

Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары клубҡа йөн тетергә йыйылды.

Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылдыАлаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды
Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды

Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәгән гүзәл заттар илгә килгән бәләгә битараф ҡалмай, һалдаттарға ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә. Скворчиха ауылынан һарыҡ йөнө менән ярҙам итһәләр, ошо көндәрҙә Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары уларҙы тетеү, иләү өсөн өмәгә йыйылған. Был эште күберәк оло йәштәгеләр башҡарған, йәшерәктәр ҙә ситтә ҡалмаған, әле  һәр кем өйҙәрендә йөн ойоҡтар бәйләү менән мәшғүл.

- Эштән ҡайтып мин дә хәрбиҙәребеҙ өсөн йылы кейемдәр бәйләйем. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡының береһе лә ярҙам сараларынан ситтә ҡалманы. Яңыраҡ ҡына Кинйәкәй ауылы кешеләре биш ҡап посылка тултырып ебәрҙе. Унда бәйләнгән әйберҙәрҙән тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ оҙатылды. Кинйәкәйҙәргә һарыҡ йөнө менән Юлдаш ауылынан ярҙам иттеләр.

Беҙҙең тарафтарҙан хәрбиҙәргә посылкалар  даими оҙатылып тора. Яҡташтарымдың битараф булмауҙары менән ғорурланам. Мәҫәлән, Алаҡайҙан Альберт Исламғолов менән Булат Тимеров 75 килограмм бал килтерҙе, - тип һөйләне Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.

Йөрәк йылыһын һалып бәйләнгән әйберҙәр һалдаттарҙың аяҡ-ҡулдарын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытыр.

Фото: Сәлимә Герасименко архивынан.

Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды
Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды
Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды
Алаҡайҙар ҙа хәрбиҙәргә ярҙамға ҡушылды
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас