Йәмғиәт
20 Ноябрь 2022, 18:10

Хәйерле төн! "Эсвежий" икмәк менән сәй эсәйек тә йоҡлайыҡ

Майикмәкте һағындығыҙмы? Уға күстәнәс ебәргәндәр. "Шуның менән сәй эсмәйенсә ниндәй йоҡлау?" - ти ул. Кем ҡайҙан һәм нимәләр ебәргән уға - сайтыбыҙҙа уҡығыҙ.

Хәйерле төн! "Эсвежий" икмәк менән сәй эсәйек тә йоҡлайыҡХәйерле төн! "Эсвежий" икмәк менән сәй эсәйек тә йоҡлайыҡ
Хәйерле төн! "Эсвежий" икмәк менән сәй эсәйек тә йоҡлайыҡ

Илсур Ильясов беҙҙе һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы видеолары менән ҡыуандыра.

Бына ноябрҙең бер йомаһында уға Баймаҡ ҡалаһындағы бер магазин һатыусыһы күстәнәс биргән: бәлеш бешерер өсөн сейә, ике төрлө ҡайнатма, кеҫәл, ҡыяр менән кишерҙән салат, йәшелсәнән икра, билмән, кейем-һалым. Быға ҡыуанып, эштәре уңһын, фатихалар төшһөн тигән теләктәр теләй ул.

Илсурҙың ҡатыны Гөлназ бешергән яңы икмәк һәм күстәнәс ҡайнатма менән тәмләп сәй эскәнен ҡарайыҡ та беҙ ҙә йоҡлайыҡ. Тыныс йоҡо!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас