

Әле генә ул уҡыусылар мәктәпкә, нигеҙҙә, автобустарҙа йөрөй, үткән быуаттың 80-се – 90-сы йылдарында күрше ауылдарҙан килеп уҡыған балалар белем усағына, транспорт сараһы булмағанда, йәйәү йөрөй ине.
“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге конкурста ҡатнашҡан Алһыу Таһирова – сығышы менән Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан (халыҡта был ауылды Әҡембәт тип тә йөрөтәләр). Ул да күрше Амангилде ауылында урынлашҡан урта мәктәпкә тиҫтерҙәре менән йыш ҡына йәйәү йөрөр ине. Тап шуғалыр ҙа уға белем эстәү, маҡсатыңа өлгәшеү, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, алға атлау хастыр. Өҫтәүенә ғәзиз кешеләре әсәһе менән атаһының да балаларының уй-теләктәрен дәртләндереп тороуы даими ғилем алырға этәргәндер.
“Мин – ябай ауыл уҡытыусыһымын. Тимәк, үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, ауылым, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Был һөнәрҙе һайларға атайым кәңәш итте. "Һин, ҡыҙым, мотлаҡ уҡытыусы булырға тейешһең!" – тине. Һәм бөгөн дә үкенмәйем, ошо кәңәше өсөн атайыма рәхмәтем сикһеҙ. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам, - ти Алһыу Таһирова. - Уҡыусыларымдың һөйөүен тойоу мине ҡанатландыра. Изге күңелле, ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп, тормошобоҙҙо тағы ла йәнләндереү теләге менән, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр көн ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә, уҡыусыларым янына ашығам”.
Алһыу Марсель ҡыҙы кейәүгә сыҡҡас, ике йыл хәҙер йәшәгән Ташбулат ауылынан дүрт-биш километр алыҫлыҡтағы Бикҡол мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡытҡан. Тормошто яратҡан, ихлас, тәүәккәл ҡатын эшенән генә түгел, тормошта ла бәхетле, сөнки уның ныҡлы терәге һәм таянысы булған ғаиләһе бар. Ире Рөстәм менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.
“Минең өсөн тормош мәғәнәһе - ул татыулыҡта йәшәү, балалар тәрбиәләү, Хоҙай бүләк иткән тормошоңа ҡыуаныу һәм яныңда яратҡан кешеләреңдең булыуы. Балаларым, иптәшем – минең бер өлөшөм, йәшәү мәғәнәһе, шуға уларҙа тормошомдоң йәмен күрәм. Миңә артығы кәрәкмәй, ябай кеше бәхете етә, - тип үҙ уй-тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алһыу. – Тормош иптәшем Рөстәм менән 25 йыл ғүмер итәбеҙ. Әлеге ваҡытта ул Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Өлкән ҡыҙыбыҙ, Регинабыҙ, юғары уҡыу йортон тамамлап, Рифат кейәүебеҙ менән матур итеп донъя көтә. Үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Ә икенсе ҡыҙыбыҙ, Юлиәбеҙ, балалар табибы һөнәрен һайланы. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында II курста белем ала. Иң бәләкәй улыбыҙ Рауил 5-се класта уҡып йөрөй. Беҙҙең ҙур ярҙамсыбыҙ, таянысыбыҙ!
Һәр ата-әсә үҙенең балаһын аҡыллы, белемле итеп күрергә тырыша. Беҙ ҙә шул маҡсатта балаларыбыҙҙы уҡытырға тырышабыҙ, улар тип йәшәйбеҙ. Мин, әсәй булараҡ, уларға кәңәш биреүсе лә, яҡын дуҫ та, ярҙам итеүсе лә, шулай уҡ ҡурсалаусы ла”.
Алһыу Таһирова, балаларға белем биреү менән бер рәттән, китапханасы ла булып эшләй. Бала сағынан төрлө әҫәрҙәр уҡырға яратҡан ҡыҙға был һөнәре лә бик оҡшай. Бынан тыш, ишле ғаиләгә ҡуш булһын тип, эштән һуң өс йыл һалма ҡырҡып һатыу менән дә шөғөлләнгән. Хәҙер ҡыҙҙары ла әсәһе кеүек һалма ҡырҡырға, үҙ ҡулдары менән ҡамыр аҙыҡтары бешерергә ярата.
Уңған ҡатын "Оҫта ҡулдар", "Театр" түңәрәктәрен дә алып бара, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, урындарға лайыҡ була.
Ире Рөстәм ҡырҙа эшләгәс, һигеҙ йыл инде донъяны, нигеҙҙә, үҙенә көтөргә тура килә: мал-тыуар ҡарау, баҡса үҫтереү, ауылдағы башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙе үҙенә атҡарырға тура килә.
“Минең менән ошо конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайым! Уларҙың барыһы ла беренсе урынға лайыҡлы тип һанайым!” – ти Алһыу Марсель ҡыҙы. Уның өсөн дә, ҡәҙерле дуҫтар, тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ, комментарийҙар яҙығыҙ.
Фотолар: Алһыу Таһированың шәхси архивынан.
Һалма ҡырҡырға