Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 16:45

Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

Радий Хәбиров: "Күрһәткестәрҙе бергәләп яҡшырттыҡ".

Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегәнАлкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән
Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

2022 йылдың туғыҙ айында республикала иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны 13 процентҡа кәмегән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.

Алексей Гусев билдәләүенсә, 2022 йылда Башҡортостанда 5 953 магазин алкоголде ваҡлап һата. Ғинуарҙан сентябргә тиклем улар 36 миллион литр ҡаты алкоголь продукцияһы һатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 4,6 процентҡа күберәк.

Шуның менән бергә республикала хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмей. Республика күрһәткесе – 100 мең кешегә 1,4 – ил буйынса ҡарағанда дүрт тапҡырға аҙыраҡ (6,4). Ул Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң түбәне булып тора.

Министр билдәләүенсә, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлектәре мөрәжәғәттәре буйынса “Һынау үҙәге”нең ведомство ҡарамағындағы лаборатория хеҙмәткәрҙәре административ һәм енәйәт эштәре сиктәрендә спиртлы эсемлектәрҙең сифатын тикшерә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар менән берлектә эш итеү һөҙөмтәһендә контрафакт баҙарында әүҙемлекте кәметеүгә, законһыҙ етештереүҙе бөтөрөүгә, суррогат менән шөғөлләнгән кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәшелгән.

– Республиканың алкоголь баҙарындағы хәл тотороҡло, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – 2018 йылдың аҙағында беҙҙә ялған алкоголдән үлем осраҡтары буйынса юғары күрһәткестәр булды. Бергәләп уларҙы һиҙелерлек яҡшырттыҡ. Һөҙөмтәле эшләү өсөн рәхмәт! Уны бөтә кимәлдәрҙә лә дауам итеү мөһим.

Фото: "Республика Башкортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас