

"Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, бөгөн Бөрйән районынан 10 егет ил алдындағы изге бурысын үтәргә юлланған. Буласаҡ ил һаҡсыларын район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов сәләмләп, яҡшы хеҙмәт итеүҙәрен, тыуған йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгән.
Егеттәрҙе ата-әсәләре, туғандары, яҡындары, һөйгәндәре матур, изге теләктәр менән оҙатып ҡалған.
Беҙ ҙә Бөрйән егеттәренә яҡшы итеп хәрби бурыстарын үтәп, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытында Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафына дүрт меңдән ашыу кеше ебәрәсәк. Хеҙмәткә саҡырыу йыл тамамланғансы барасаҡ.
Фото: "Таң" гәзите.