

Бөгөн Өфөлә башланған “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабының төп сараларында республика Башлығының тормош юлдашы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты.
Ул тәүҙә ҡунаҡтар бергә Өфөлә ҡуйылған арт-объектты – мәктәп ашнаҡсыһына һәйкәлде ҡараны. Артабан “Торатау” конгресс-холында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән командалар тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмәне ҡараны.
Каринэ Хәбирова Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкая менән берлектә оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Улар Социаль туҡланыу союзының шеф-ашнаҡсыһы Григорий Мосин менән бергә балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән сырниктар әҙерләне.
Был ризыҡты әҙерләү өсөн шеф-ашнаҡсы кәңәшенә ярашлы, 400 грамм эремсек, 3 йомортҡа алынды. Масса яҡшы итеп иҙелгәс, бер аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалаҡ он өҫтәлде. Григорий Мосин шәкәрҙе күп һалып, ризыҡты артыҡ татлы итмәҫкә, шулай уҡ күләм арттырыу маҡсатында манный ярмаһы ҡулланмаҫҡа кәңәш итте. Ул үҙенең сере менән дә уртаҡлашты: сырниктарҙың сите тигеҙ, шыма булһын өсөн бер тигеҙ йомро өлөштәргә бүлгәс, стакан менән ҡаплап өйрөлтөргә, шул уҡ ваҡытта әйләндереп баҫҡылап алырға. Шеф-ашнаҡсынан тағы бер кәңәш: әҙер сырниктарҙы бер аш ҡалағы аҡ майға бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушылған ҡатнаш майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға. Унан инде 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 15 минут бешереп алырға.
Оҫталыҡ дәресе ҡунаҡтары был кәңәштәрҙең барыһын да иҫәпкә алып, берҙәм эшләне һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта тәмле сырниктар әҙерләп, ҡатнашыусыларҙы һыйланы.
Автор һәм Социаль туҡланыу союзы фотолары.