Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 10:50

Луизаның юлын ҡабатламаҡсы булғанмы әллә?

22 йәшлек ҡыҙ 12 миллион һумлыҡ биҙәүестәр урлап ҡасҡан. 

Луизаның юлын ҡабатламаҡсы булғанмы әллә?Луизаның юлын ҡабатламаҡсы булғанмы әллә?
Луизаның юлын ҡабатламаҡсы булғанмы әллә?

Үҙе эшләгән банктан миллиондар урлап ғәйеп булған Луизаның тарихын әле лә күптәр хәтерләйҙер. Бөгөн Өфөлә ошоға оҡшаш тағы бер енәйәт теркәлгән. Был юлы йәш ҡыҙ үҙе эшләгән ювелир магазинынан миллондарса һумға биҙәүестәр урлап ҡасыуҙа ғәйепләнә.

Билдәле булыуынса, был ювелир салоны “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 19 ноябрҙә 22 йәшлек Карина М. исемле ҡыҙ салонда бер үҙе генә ҡалғас ҡиммәтле биҙәүестәрҙе ҡаптарға һалған да, эш ваҡыты бөткәс, ҡайтып киткән. Уның ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәүе билдәле.

Полиция хеҙмәткәрҙәре камералар аша уның ҡайһылай хәрәкәт иткәнен тикшергән. Ҡыҙ ҡуртымға алынған фатирынан шул уҡ ҡаптар менән сыҡҡан һәм һоро төҫтәге билдәһеҙ машинаға ултырып артабан сығып киткән. Бынан һуң ҡайҙа булыуы билдәле түгел. Мәғлүмәттәр буйынса, ул Өфөгә Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһынан килгән. Бында ул юғары уҡыу йоронда иҡтисади хәүефһеҙлек белгеслеге буйынса һуңғы курста уҡыған. Әсәһе әйтеүенсә, ике ай элек эшләр өсөн Өфөгә киткән булған.

Әйткәндәй, тауарҙың юғалыуын хеҙмәткәрҙәр икенсе көндө генә күреп ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул 12 миллион һумлыҡ әйбер урлаған.

Әлеге ваҡытҡа енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм уны эҙләү башланған.

Фото: Телеграм. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас