Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 08:00

Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан әсәйҙәрҙең береһе тап шундай. 

Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуғанСәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Әйҙәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсында ҡатнашҡан әсәйҙәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың барыһы ла һәр өйҙөң йәме, ҡояшы булған әсәйҙәр.

Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылынан Сулпан Хәлитова – мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. “Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр тип Сулпан тип ошо исемде ҡушҡан атайым. Ысынлап та, йырларға, бейергә, спектаклдәрҙә уйнарға яратам. Әлеге эш урыным тап шул сәхнә эше менән бәйле: Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләйем, - ти уңған әсәй. - 2008 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағанда, тормош иптәшем Артур менән танышып, тәү ҡараштан бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ”.

Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында өй һалып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, донъя көтә уңған ғаилә. Өлкән улдары Айназ - 8-се, ҡыҙҙары Гөлназ 6-сы класта уҡый, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәләр. Уртансы улдары Ансарға - биш, бәләкәйҙәре - игеҙәк улдары Самат менән Миратҡа - өс йәш тә дүрт ай. Был тиктормаҫ бәләкәстәргә ҡарап хатта күҙ ҡамаша, әйтерһең дә бар донъя ни бары улар эргәһендә әйләнә!
Ғаилә башлығы Артур оҫта ҡуллы, бар белгәнен улдарына өйрәтә. Ә уңған хужабикә берҙән-бөртөк ҡыҙына аш-һыу, өй-йорт эштәрен башҡарыу серҙәре менән уртаҡлаша. “Киләсәктә балаларыбыҙ эшһөйәр, кешелекле, итәғәтле, ысын кеше булып үҫһен өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалып тәрбиә бирәбеҙ”, - ти Сулпан Хәлитова.

Етеҙ, шәп, уңған, сибәр Сулпан Хәлитова өсөн дә тауыш бирегеҙ, лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ һәм комментарийҙарығыҙҙы яҙығыҙ, дуҫтар!

Фотолар: Сулпан Хәлитованың шәхси архивынан.

 

Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр өсөн тыуған
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас