Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 16:00

“Серләшәйек әле, әсәй...”

Төркөмөбөҙҙә барған конкурста ҡатнашҡан Әлфизә Сәйфетдиноваға арнап ҡыҙы матур шиғыр яҙған.

“Серләшәйек әле, әсәй...”“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусылар араһында барлыҡ ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә, белем биреүгә арнаған уҡытыусылар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта был гүзәл зат вәкилдәре – ҡыҙҙарының һәм улдарының иң яҡын серҙәшсеһе, кәңәшсеһе, тормоштағы терәк-таянысы.

Әлфизә Мофаззал ҡыҙы Сәйфетдинова – тап шундайҙарҙан. Ул ғүмерен Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылында балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Уның ҡыҙы Луиза хатта әсәһенә бағышлап шиғыр ҙа яҙған:


Серләшәйек әле

Ап-аҡ ҡарҙар яуған нурлы кистә
Эй серләшә инек беҙ, әсәй...
Ҡар-бурандар йырып ҡайтып киләм,
Яһа әле миңә тәмле сәй!
Их, серләшәйексе элеккесә
Таңдар атҡанын да һиҙмәйсә.
Донъя йөгөн тартыу еңел түгел,
Йәшәп булмай янмай, көймәйсә.
Әсә күңеле – сикһеҙ оло даръя,
Балаһын ул һәр саҡ кисерә.
Тормош буранынан йолоп ала,
Ҡатҡан күңелгә лә йән өрә.
Күңелемә йылы эҙләп ҡайтам,
Ҡосағыңа йәнә ал, әсәй!
Серләшәйек әле элеккесә,
Яһа әле миңә баллы сәй...

Әлфизә Мофаҙҙал ҡыҙы – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, дүрт тиҫтә йыл мәктәптә рус, башҡорт телдәренән, әҙәбиәтенән уҡытҡан, шулай уҡ директор урынбаҫары булған.

Учалы районының Әүешкүл ауылынан ветеран уҡытыусы Әлфизә Мофаззал ҡыҙы Сәйфетдинова өсөн дә тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ.

Фотолар Әлфизә Сәйфетдинованың шәхси архивынан.

“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
“Серләшәйек әле, әсәй...”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас