Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 16:30

Өйҙәрҙә - йылы, тышта таҙа булһын

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

Өйҙәрҙә - йылы, тышта таҙа булһынӨйҙәрҙә - йылы, тышта таҙа булһын
Өйҙәрҙә - йылы, тышта таҙа булһын

2022 йылдың 14 ноябренән 20-һенә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ”ҙә – 4 825 мөрәжәғәт теркәлгән. Был үткән аҙна менән сағыштырғанда 234-кә күберәк. Был хаҡта республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәрҙе.

Беренсе урында – юлдар буйынса хәбәрҙәр (983). Икенселә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы (605). Өсөнсөлә – төҙөкләндереү (562). Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау (548) һәм социаль хеҙмәтләндереү (466) темалары тәүге бишәү иҫәбендә.

Бер аҙнала Республиканың Хәл-торош үҙәгенә махсус хәрби операция темаһы буйынса 854 шылтыратыу килгән. Төрлө мәсьәлә буйынса үҙәк операторҙарына (347) 218-19-19 һәм 122 (өҫтәмә 1) телефондары аша 19 926 тапҡыр шылтыратҡандар.

Үткән аҙнала Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге ҡала һәм район хакимиәттәренән, министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан коллегалары менән 5 238 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Күпселеге – юлдар (1 048), төҙөкләндереү (663), һаулыҡ һаҡлау (618) һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (586). Эшкәртелгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбе – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Өфө һәм Иглин райондарында.

Доклад йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенә һәм муниципалитет башлыҡтарына республикала йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итергә ҡушты.

– Был уртаҡ эшебеҙ – йорттарға йылы биреү, урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу. Быны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас