Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 11:45

Ярҙам үҙәкләштерелә

Башҡортостанда гуманитар ылауҙарҙы йыйыу һәм оҙатыу өсөн республика координация үҙәге ойошторолдо

Ярҙам үҙәкләштереләЯрҙам үҙәкләштерелә
Ярҙам үҙәкләштерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция уҙғарылған биләмәгә гуманитар йөктәрҙе әҙерләү һәм оҙатыу өсөн республика координация үҙәген булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй.

Гуманитар йөктәрҙе йыйыу өсөн логистик үҙәк “Башсельхозтехника” предприятиеһы базаһында ойоштороласаҡ. Ғаризалар йыйыу менән республика Хөкүмәте шөғөлләнә.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тауарҙарҙы логистика үҙәге аша ғына килтереүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйем. Гуманитар ылауҙарҙы республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ташыясаҡ. Ҙур эш Хөкүмәткә йөкмәтелә. Күңел ҡушыуы буйынса гуманитар ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Айына уртаса ике тапҡыр беҙҙә ҙур конвой буласаҡ һәм уны ойоштороу, һаҡлау һәм бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү бурысы торасаҡ. Иң мөһиме – ихтыяждарҙы аңлау, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин гуманитар ылауҙың Башҡортостан ирекле батальондары яугирҙәренә, мобилизацияланған республика халҡына, шулай уҡ шефлыҡ ярҙамы сиктәрендә хәрби госпиталдәргә килтерелеүен хәбәр итте.

Фото: erm-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас