Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 12:30

Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән

Төркөмөбөҙҙә барған "Әйҙәгеҙ әле, әсәйҙәр!" тип исемләнгән конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы әсәй - Учалы районынан.

Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткәнБер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсында ҡатнашҡан Фәриҙә Ситдиҡова Учалы районының Ураҙ ауылында йәшәй. Ул - сығышы менән ошо уҡ райондың Ҡалуй ауылынан. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе булған Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған.
...Бала сағында табип булырға хыяллана Фәриҙә Ситдиҡова, тик тормоштоң үҙ ҡанундары шул. Барлыҡ уй-ниәттәр ҙә тормошҡа аша һалмай, уҡытыусы һөнәрен дә һис уйламағанда һайлай. Уға ситтән тороп уҡырға инерһең, тип кәңәш итәләр. Шулай итеп, Учалы ҡалаһына эшкә китергә йөрөгәндә, ауылдың башланғыс кластар уҡытыусыһы өйгә килеп: “Ярты ставка булһа ла, өй өҫтөндәге эш. Бушлай утын бирәләр, электр энергияһына кәмерәк түләйһең”, – тип мәктәптә ҡалырға өгөтләйҙәр. “Бара, бара, бармай әллә”, – тип ҡыҙынан алда әсәһе яуап бирә һала. Фәриҙәнең: “Минең уҡытыусы булырға белемем юҡ бит”, – тиеүен, әйтерһең дә, бер кем дә ишетмәй. Шулай итеп, ул мәктәптә хеҙмәт юлын башлай һәм әле һис үкенмәй, был һөнәрҙе үҙ итеп, артабан уҡырға инә.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙының башҡарған эштәре, педагогик үткәне һәр саҡ һөҙөмтәле булған, күп кенә уҡыусылары ижад итергә ынтылған, тел уҡытыусылары, журналист һөнәрен һайлаған. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙур шатлыҡ бармы икән?!

Оҙаҡ йылдар мәктәптә уның етәкселегендә “Йәш хәбәрсе” түңәрәге эшләгән. Һөҙөмтәлә балаларҙың алты шиғри китапсығы донъя күргән: “Беҙҙең мәктәп” (2006), “Ике ҡояш” (2008), “Бүләк” (2009), “Сылтыр шишмә” (2011), “Күктәге йондоҙ” (2014), “Киләсәк – ҡулыбыҙҙа” (2014).
Уҡыусыларҙың ижад емештәре “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Яйыҡ” гәзиттәренең балалар өсөн рубрикаларында даими баҫылғанына төркөмдәштәребеҙ ҙә, бәлки, шаһит булғандыр. Өҫтәүенә, мәктәп кимәлендә “Осҡон” гәзите сығарылған. Элекке уҡыусыларының да ҡайһы берҙәре “Йәншишмә” гәзитенең, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе исемен яулаған. Түңәрәк ағзалары “Юлдаш” радиоһының “Тау – тау хәбәр” тапшырыуында даими сығыш яһаған.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙына, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең ижади булмышын тулыһынса асырға насип була, хикәйәләр, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр, очерктар ижад итә. Ураҙ ауылы китапханаһы эргәһендә ойошторолған “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмөнөң дә әүҙем ағзаһы ла ул. Һәр төрлө сараларға, концерттарға сценарийҙар яҙа, программалар төҙөй. Үҙнәшер юлы менән “Тормошом – һүнмәҫ усаҡ”, “Нәҫел ебе” тип исемләнгән ике китабын баҫтырып сығара: Республика һәм район гәзит-журналдарын алдырыусы ғына түгел, әүҙем яҙышыусы ла ул. “Башҡортостан” гәзитендә - “Комод сәйе”, “Йәншишмә” гәзитендә - “Күгәрсен әбей”, “Йәшлек” гәзитендә - “Бәхеткәйҙәрең бер булмаһа”, “Ватандаш” журналында - “Тимер ҡоршауҙар”, “Урау-урау юлдар аша”, “Башҡортостан ҡыҙы”нда “Хыялдағы атай” хикәйәләре үҙ уҡыусыһын тапты. Һуңғыһы "Юлдаш" радиоһы аша бер нисә тапҡыр халыҡ хөкөмөнә сығарылды һәм бик йылы ҡабул ителде.
Фәриҙә Ситдиҡова райондың “Яйыҡ” гәзите ойошторған Хөснә Юлдыбаева исемендәге премия лауреаты ла. Тәүге “Яңғыҙ ҡайын” тип исемләнгән хикәйәһе - “Яйыҡ”, 2015 йылда “Башҡортостан” республика гәзите үткәргән “Етмешенсе яҙ...” бәйгеһендә еңеүселәр исемлегенә инде. 2022 йылда Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” Яҙыусылар ойошмаһы үткәргән шағир, прозаик, журналист Дамир Шәрәфетдинов исемендәге “Урманда үткән бер көнөм” ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсында өсөнсө урын яуланы. Учалы яҙыусылар ойошмаһы баҫып сығарған “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме”, “Учалылар – Афғанстанда” китаптарының мөхәрририәт ағзаһы ла Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы.
Фәриҙә Ситдиҡова – хеҙмәт ветераны, мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Бынан тыш, ул –Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары, Учалы яҙыусылар ойошмаһы, Ураҙ ауыл хакимиәте янындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы, Ураҙ лицейының Почетлы пионеры. Уның исем-шәрифтәре Учалы районы энциклопедияһына, Рәүеф Шаһиевтың “Мәғариф баҫҡыстары” китабына индерелгән.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы эшендә лә, ғаиләһендә лә өлгөр, үрнәк булырҙай күркәм ҡатын-ҡыҙ. Тормош юлдашы Алмас Бәхтиәр улы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары – Гүзәл Ситдиҡова – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, радио һәм тележурналист, Гөлназ Рәхмәтова – “Ватандаш” журналының хеҙмәткәре, улдары Азат Ситдиҡов – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе дәүләт торлаҡ инспекторы.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы балаларының, ике ейәненең хәстәрҙәре менән йәшәй, йәйгеһен баҡса, ҡош-ҡорт үҫтерә.

Учалы районынан Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы Ситдиҡова өсөн дә тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар, тағы лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ.

Фотолар Фәриҙә Ситдиҡованың шәхси архивынан.

 

Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Бер тәҡдим тотош тормошон үҙгәрткән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас