Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 07:00

Боҙлауыҡта тайып ҡуйма!

Бының өсөн шәп ысул тәҡдим итәбеҙ.

Боҙлауыҡта тайып ҡуйма!Боҙлауыҡта тайып ҡуйма!
Боҙлауыҡта тайып ҡуйма!

 Ҡышҡы боҙлауыҡта тайып йығылмаҫ өсөн шәп ысул менән бүлешкебеҙ килә, дуҫтар. Ҡышҡы аяҡ кейеменең табанын яҡшылап йыуып, щетка менән таҙартабыҙ. Артабан беҙгә шәп йәбештерә торған елем (һыуға бирешмәй торғаны), кейеҙ киҫәге йә һауыт-һаба йыуған губканың ҡаты өлөшө кәрәк буласаҡ. Һайлаған материалды бәләкәй квадрат формаһында киҫәбеҙ ҙә сит-ситтәренә елем һылап сығабыҙ һәм алдан таҙалап әҙерләп ҡуйған ботинка йә итектең табанына йәбештереп тә ҡуябыҙ. Бер итеккә бер нисәне йәбештереү зарур. Бына хәҙер бер боҙлауыҡ та ҡурҡыныс түгел! Был ысулды миҙгелгә бер нисә тапҡыр ҡулланып тороу кәрәк булыр. Имен-һау булайыҡ, дуҫтар!

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас