Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 09:57

Буранғолдар булмағанды булдыра

Проблема күп тип тормайҙар.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Әбйәлил районының Буранғол ауылы – тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Халҡы тура һүҙле, эшсән, дәртле, сәмле булыуы менән айырылып тора, шуға күрә төбәктә, үҙ-ара шаяртып, “буранғолдар булмағанды булдырыр” тип әйтергә яраталар. Ауылда донъялағы берҙән-бер Халыҡ кейеҙ йорто бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ул бикле тора, етәксеһе юҡ. Ауыл халҡының йыр-моңға талантлы булыуы ошо ерҙең хозур тәбиғәтенән дә киләлер. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов, уның улы, танылған режиссер Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Шәһит Хамматов, йырсылар Айрат Зиннәтов, Дамир Тайыпов, Ринат Баймырҙин, Нургиз Ғүмәров һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан был ауылдан.

Биләмә башлығы – халыҡтың көн­күреше өсөн яуап биргән вазифалы ке­ше. Ауылдың яҙмышы, урындағы халыҡтың көндәлек тормошондағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу ҙа – етәксе иңендә, шуға кү­рә ауыл менән танышыр алдынан туп-тура ауыл хакимиәтенә юл алыуыбыҙ юҡҡа түгел. Әйткәндәй, Фуат Мәхмүтов Буранғол ауыл биләмәһе башлығы булып 2007 йылдан алып эшләй. Районда тәжрибәле етәкселәрҙең береһе ул.

Бөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Кешеләрҙең бар йомошо – улар иңендә. Тап ауыл хакимиәте етәк­се­һе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Эшһеҙлек һәм эскелеккә ҡаршы көрәш, ауылдарҙы төҙөклән­дереү, урамдарҙы яҡтыртыу, тирә-яҡты таҙартыу, ҡулайлаштырыу шарттарында мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм клубтарҙы һаҡлап алып ҡалыу, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр уның иңенә төшә.

 

– Фуат Шәрәфетдин улы, үҙегеҙҙең эшмәкәрлек биләмәһе менән яҡындан таныштырһағыҙ ине.

– Ауыл биләмәһенә Буранғол, Исхаҡ, Мәйгәште, Ишкилде һәм Һәйетҡол ауылдары инә. Унда бөтәһе 1824 кеше иҫәпләнә. Буранғолда – 884, Исхаҡта – 208, Ишкилделә – 310, Мәйгәштелә – 265, Һәйетҡолда 157 кеше йәшәй. Ауыл халҡы элек-электән урмансылыҡ, ағас эшкәртеү, малсылыҡ һәм йылҡы­сылыҡ менән шөғөлләнде, күптәренең үҙҙәренең пилорамы бар ине.

 

– Ни өсөн бар ине?

– Уларҙың күбеһе бөгөн ябылды йәки ябылырға мәжбүр, сөнки райондың урман зонаһына ҡараған Буранғол халҡының бөгөн ағасты һатып алырға ла мөмкинлеге юҡ. Урман бар, ағасы юҡ. Ағас булмағас, эше юҡ. Беҙҙең төбәк кешеләре элек-электән урман эше менән кәсеп иткән, донъя көткән. Унан башҡа эште лә белмәй, тигәндәй. Һәр йорт тиерлек диләнкә алып, урман ҡырҡты, ағас сығарҙы, бура бураны, утын һатты, таҡта үткәрҙе.

Мәйгәште ауылында урман хужа­лығы гөрләп эшләне, халыҡ бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманы. Аҙаҡ ул ябылғас, йүнселдәрҙең күбеһе, пилорама тотоп, бура бурарға тотондо, әммә урмандар “Селена” ойошмаһына һатылғас, ауыл халҡы өсөн ысын мәғә­нәһендә ауырлыҡтар башланды. Дилән­кә алып булмауы, уның бүленмәүе сәбәпле эшҡыуарҙар үҙ эшен ябырға мәжбүр була ла инде. Бөгөн утын алыр өсөн дә ағас юҡ. Икенсенән, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙең яҡта игенселек менән шөғөлләнеү өсөн бөтөнләй шарттар юҡ. Сәсеүлек, бесәнлек һәм көтөүлектәр ҙә бик аҙ, тау ҙа урман, шуға күрә күптәр бөгөн вахта ысулы менән ситтә эшләй, йәштәр китә, ауыл аҡрынлап ҡартая.

 

– Утын әҙерләү мәсьәләһендә ауырлыҡтар бар, тиһегеҙ. Ауылдар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылғанмы?

– Барыһында ла түгел. Мәйгәште һәм Исхаҡ ауылдарында бөтөнләй газ үткәрелмәгән, башҡа ауылдарҙа бар, әммә барлыҡ йорттарға ла тоташтырылып бөтмәгән. Әле тап ошо эш менән мәж киләбеҙ, яңы торлаҡ йорттарға торбалар һуҙыла.

 

– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашаһығыҙмы?

– Был программаның төп маҡсаты – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Ауыл халҡының күпселеге юлдарҙы төҙөклән­дереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек йүнәлештәрҙе һайлай. Шунлыҡтан беҙ был программала йыл һайын әүҙем ҡатнашабыҙ. Тап ошо проекттар ярҙамында ауыл зыяраттары төҙөкләндерелде. Быйыл Исхаҡ ауылы халҡы янғын һүндереү өсөн ҡорамал­дар алыуға тауыш бирҙе һәм еңеп сыҡты. Проекттың хаҡы – 650 мең һум, был йүнәлештә эш бара.

Халыҡ беҙҙә берҙәм, йыл башында үҙебеҙҙең көс менән хоккей майҙансығы төҙөп ҡуйҙыҡ. Ҡар яуып, бер аҙ һыуытһа, уны яңынан файҙаланыуға әҙерләп ҡуйырға ниәт бар.

 

– Ауыл биләмәһе башлығын борсоған төп мәсьәләгә килгәндә...

– Ауылдағы ҡыйлыҡтар мәсьәләһен “Эко-Сити” ойошмаһы ғына тулыһынса хәл итә алмай һәм алмаясаҡ та. Сүплектәрҙе юҡ итеү, уларҙы ҡайтанан булдырмау буйынса эшләргә кәрәк. Ауыл кешеһенең йәшәйешен, нисек көн итеүен белмәгән етәкселәр сығарған ҡанундар күп осраҡта кире йоғонто яһай. Берҙән, сүп-сар өсөн һәр кеше башына билдәләнгән хаҡ ауыл халҡы өсөн бик юғары. Икенсенән, ул үҙенең кәртәһендәге мал тиҙәген, һыйыры ашап бөтмәгән һалам-бесәнен, көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа илтергә тейеш һуң? Уларҙың барыһы ла бер нисә ауылды хеҙмәтләндергән “Эко-Сити” машиналарына һыймай. Ауыл янында эре сүп-сарҙы түгеү өсөн махсус урын булырға тейеш. Тиҙҙән урман, йылға-тау буйҙары тулыһынса ҡыйлыҡҡа әүереләсәге көн кеүек асыҡ. Кеше барыбер үҙенең ҡыйын ҡайҙалыр түгергә алып сығасаҡ һәм, күренмәгән урындарҙы һайлап, шунда ҡалдырасаҡ. Был йәһәттән экологтар ҙа үҙ һүҙен әйтер, тип ышанабыҙ.

 

– Йәмәғәт ойошмалары, ауыл депутаттары ниндәй эш алып бара? Кемдәр һеҙҙең төп таянысығыҙ?

– Бөгөн ауыл биләмәһе башлығы бер үҙе генә барлыҡ мәсьәләне лә хәл итә алмай. Беҙгә һәр саҡ ауыл депутаттары, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, ауыл старосталары ярҙамға килә. Мәҫәлән, Мәйгәште ауылынан Нәсих Ноғомановты, Ишкил­денән Хөрмәт Хәсәновты “уң ҡулым” тиһәм дә була. Һәр көн иртән улар менән һөйләшеп, ауыл яңылыҡтарын уртаҡлашабыҙ, проблемаларын хәл итәбеҙ. Шулай уҡ ветерандар советы рәйесе Хәҙисә Хилалова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлнәфис Мөлөкова менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эш­ләйбеҙ. Уларҙың ярҙамы менән төрлө байрам, төҙөкләндереү, йәшелләндереү аҙналыҡтары үткәрелә. Ауыл халҡының үҙ еренә, тәбиғәтенә ҡарата битараф булмауы ҡыуандыра. Олораҡтар, үҙҙәре килеп кәңәш биреп, ниндәй эштәрҙе башҡарыу кәрәклеген белдерә, йәштәр “һә” тигәнсә уларҙы башҡарып та ҡуя. Халыҡтың әүҙемлеге, йәмәғәт ойошмаларының ихлас эшләүе – хеҙмәтебеҙҙең төп уңышылыр, тигән фекерҙәмен.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас