Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 20:45

Хөкөм ителгәндәр өсөн 400 эш урыны булдырыласаҡ

Был турала Ирек Сәғитов белдерҙе.

Хөкөм ителгәндәр өсөн 400 эш урыны булдырыласаҡ
Хөкөм ителгәндәр өсөн 400 эш урыны булдырыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә төбәгебеҙҙә холоҡ төҙәтеү үҙәктәре селтәрен киңәйтеү буйынса эште дауам итәбеҙ. Бөгөн 2022 йылда предприятие һәм ойошма объекттары базаһында өҫтәмә урындар булдырыу, хөкөм ителгәндәрҙе мәжбүри эштәргә урынлаштырыу өсөн объекттар төҙөү барышын, һөҙөмтәләрен тикшерҙек.

Әлеге ваҡытта Ишембайҙағы “Аркада” сәнәғәт берекмәһе” һәм Күмертауҙа урынлашҡан “Баш-Деним” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре нигеҙендә холоҡ төҙәтеү үҙәге участкаһын булдырыу буйынса мәсьәлә тикшерелә. Төҙөлөш һәм ремонт буйынса планлаштырылған эштәр планға ярашлы бара, йыл аҙағынаса тамамланасаҡ. Объекттарҙы ваҡытында тапшырырбыҙ. Йыл аҙағынаса хөкөм ителгәндәр өсөн 400-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ”, - тип яҙҙы ул.

Фото И. Сәғитовтың сәхифәһенән.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас