Быйыл Белорет районының Манышты ауылы ир-егеттәре Ирҙәр ҡоро ойошторҙо. Яңыраҡ уның әүҙем ағзалары Хөрмәтулла Йомағужин, Вадим Йомағужин һәм Раян Миһранов “Башҡортостан” гәзитендә “Ил төкөрһә, күл була” тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Ойошма нисек барлыҡҡа килгән, ул ниндәй эштәр башҡара, халыҡ кәсептәре тормошобоҙҙа ниндәй урында – осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләштек.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, алыҫ араны яҡын итеп килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ерем, илем тип йән атып тороуығыҙ күренеп тора. Белеүебеҙсә, республикала “Ирҙәр ҡоро”н Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров башлап ебәрҙе. Ә һеҙҙе ниндәй сәбәптәр быға этәрҙе?
Хөрмәтулла ЙОМАҒУЖИН:
– Манышты мәктәбендә эшләгән ветеран-уҡытыусы Шакир Ғөбәйҙулла улы Таһировтың тәҡдиме буйынса ғинуарҙа “Ирҙәр ҡоро”н ойошторҙоҡ.
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Эйе, быйыл ғинуарҙа Өфөнән ҡайтып барғанда ошондай фекер тыуҙы. Оҙаҡҡа һуҙмай ауыл мәсетендә йыйылышып, “Ирҙәр ҡоро”н ойошторҙоҡ. Шунан бирле барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып, хәл итәбеҙ – кемгә ярҙам итергә, кемгә ниндәй эштәр башҡарырға һәм башҡалар. Аҡса йыйыу, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү мәсьәләләрен дә кәңәшләшеп ғәмәлгә ашырабыҙ. Мәҫәлән, быйыл яҙ йыйылышып, милли матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторҙоҡ.
– Ир-ат борон-борондан донъя тотҡаһы булған. Ошоно дәлилләп, һеҙ ҙә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Мобилизацияланған егеттәргә посылкалар әҙерләүгә лә Манышты ауылы тос өлөш индерә. Был изге башланғыстар башында кемдәр тора?
Раян МИҺРАНОВ:
– Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап, шәхси үҙ мәнфәғәтебеҙҙе генә ҡайғыртып йәшәй торған мәл түгел. Беҙ ҙә күмәкләшеп мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға әйбер тупларға ҡарар иттек. Бер генә түгел, ә бер нисә акция ойошторҙоҡ. Беҙ йыйған тәүге гуманитар йөктө Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Пенза һәм Ҡазан ҡалаларына үҙе алып барып тапшырҙы.
Икенсе акция социаль селтәрҙәге “Ҡатай ырыуы төркөмө”ндә иғлан ителде. Әлбиттә, ырыуҙаштар мөрәжәғәтенә Манышты ауылы ир-аттары һәм ҡатын-ҡыҙҙары ихлас ҡушылды. Һәр кем хәленән килгәнсә аҡса бирҙе, 42 мең һум күләмендә ярҙам йыйылды. Уны Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайынан Рафаэль Яҡуб улына ебәрҙек, ә ул Һарытау башҡорттары – Зөфәр Шәмсиғәли улы һәм Хөсәйен Кәбир улы менән бергә беҙҙең Аҙналы ауылы егете Илшат Фәйзуллинға тапшырҙы. Был аҡсаға яу яланында кәрәкле әйберҙәр һатып алдылар. Сарала Сермән һәм Манышты ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашты. Бөтәһенә лә рәхмәт.
Өсөнсөһө – Инйәр ҡатын-ҡыҙҙар һәм Ағинәйҙәр ойошмаһы иғлан иткән “Мәрхәмәтлек” акцияһы. Унда ла Манышты ауылынан “Ирҙәр ҡоро”, шулай уҡ ағинәйҙәр әүҙемлек күрһәтте. Әлеге ваҡытта “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылып, һалдаттарға ойоҡбаштар бәйләйҙәр. Посылканы контракт буйынса хеҙмәт иткән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Айнур Зөлфәр улы Мөхәмәтов аша биреп ебәрәләр. Әйткәндәй, беҙҙең ауылдан ете егет әлеге махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Дүртенсеһе – ойошма ағзалары йыйған ярҙамды “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһының рухи лидерҙарының береһе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров Ҡазанға алып барып, үҙе тапшырҙы. Мобилизацияланғандарҙың ғәиләләрен борсоған мәсьәләләр менән танышып, уларҙы хәл итеүҙә ярҙамлашты.
Ғөмүмән, беҙ ағинәйҙәр, ҡоролтай кеүек йәмәғәт ойошмалары менән бергә эшләйбеҙ.
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Бынан тыш, беҙҙең ауыл халҡы хәрби хеҙмәткә киткән, ялға килгән, әрменән ҡайтҡан егеттәребеҙҙе бергәләп тантаналы рәүештә ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәһенә һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ошондай йылы мөнәсәбәт, иғтибар булғас, яугирҙәр ҙә, Тыуған ил өсөн ҡәҙерле һәм көтөп алынған кешеләр икәнлектәрен белеп, даими намыҫлы хеҙмәт итә.
Был эштәр тураһында социаль селтәрҙәрҙә Манышты ауылы сәхифәһендә лә яҙып, таныштырып торабыҙ.
Хөрмәтулла ЙОМАҒУЖИН:
– Мобилизацияланған егеттәр менән бәйләнеш өҙөлмәй. Улар, үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе әйтеп, хәл-әхүәлдәре менән таныштырып тора. Яу барышында, әлбиттә, һәр саҡ аралашырға ла ярамай, шуға күрә мөмкинлек булғанда һалдаттарыбыҙ үҙҙәре бәйләнешкә сыға.
– Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ниндәй хис-тойғо кисерҙегеҙ?
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Башта төрлө уйҙар булды. Яу бит, ниндәй генә булһа ла, борсоулы хәбәр. Әммә хәрби бурыслы, әрмелә хеҙмәт иткән кеше булараҡ, һәр бойороҡто үтәргә әҙербеҙ.
Хөрмәтулла ЙОМАҒУЖИН:
– Күптәр баҙап ҡалды, әммә яңы шарттарға ла күнегергә, үҙеңә яңы шөғөлдәр табырға, тормошоңа үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Тормош дауам итә.
– “Ирҙәр ҡоро” ағзалары тағы ла ниндәй эштәрҙе атҡарыуға өлгәште?
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Эшләгән кеше һәр саҡ үҙенә шөғөл таба. Ауылға килгәндә иһә, төрлө сараларҙа алғы рәттәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға төп бурысты – бала тәрбиәләү эшен тапшырып, тормоштағы башҡа мәшәҡәттәрҙе беҙ, ирҙәр, бергәләп атҡарабыҙ. Үткән айҙа, мәҫәлән, Инйәр ҡасабаһында 1812 йылда яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарға арнап, иҫтәлекле мемориал астыҡ. Былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп алған аҡсаға тимер юлды “электр көтөүсе” сымдары менән кәртәләнек. Әле тәүәккәлләп тотонорға эштәр ҙә бар: Граждандар һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарҙың исемлеген тергеҙеү, зыяратта ветеран ҡәберҙәренең картаһын булдырыу, ауылды ҡышҡы осорға әҙерләү мәсьәләләрен хәл итеү бурысы тора.
Раян МИҺРАНОВ:
– Республика кимәленә килгәндә, төрлө проекттар әҙерләп, аҡса табып, саралар үткәреү маҡсаты ҡуйғанбыҙ. Мәҫәлән, быйыл федераль аҡсаға ветерандарҙың ҡәберлектәрен тәрбиәләү проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ. Һәр ауылда ҡәберҙәр картаһын эшләп, уларҙы тәрбиәләүҙе ойоштороу ниәте менән йөрөйбөҙ. Эш яҡшы барһа, халыҡ хуплаһа, киләһе йылға тағы ла федераль аҡсаға дәғүә итә аласаҡбыҙ.
Ойошмала теркәлгән атай һәм улдар төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, үткән айҙа Аҫҡын боҙ мәмерйәһенә барҙыҡ. Бындай сараларҙа атай менән улдарҙың бәйләнеше нығынып ҡына ҡалмай, үҫмерҙәр ир-аттың тормошо, эштәре менән яҡындан таныша, төрлө киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итергә, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнә.
– Ауыл халҡы һәр саҡ берҙәмлеге менән айырылып тора, хәленән килгәндәр матди ярҙам күрһәтә, һүҙ менән хуплап, дәртләндереп ебәрә. Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренән тыш башҡа мохтаждарға адреслы ярҙам күрһәтеләме?
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Беҙҙең халыҡ һәр саҡ бер-береһенә ярҙам итеп йәшәне. Айыҡ кешелә бит яҡты фекер, уй-ниәт тыуа. Ололарға ғына түгел, инвалидтарға ла, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ярҙам итәбеҙ: утын килтереү, ярып биреү, ҡар көрәү, һуғым һуйышыу һәм башҡа эштәрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең Манышты халҡы быйыл да “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте. Был юлы еңеп сығырбыҙ тип тырышабыҙ.
– Халыҡта “Илгә таян”, “Ил төкөрһә, күл була” тигән әйтемдәр бар. Элек-электән ауылдарҙа милләттәштәребеҙ ауырлыҡтарҙы күмәкләп күтәргән. Маныштылар тағы ниндәй эштәр башҡара?
Раян МИҺРАНОВ:
– Ауыл халҡы, берҙәм өмәләр ойоштороп, күп эш башҡарып килә – мәктәп, балаларға уйын майҙансығы төҙөгәндә, яугирҙәр һәм золом ҡорбандары хөрмәтенә мемориаль комплекс асҡанда, зыяратты тәрбиәләгәндә, мәсет һалғанда, тимер юлды кәртәләгәндә, юлдарҙы тигеҙләгәндә, янғын һүндергәндә, яңы өйҙәр төҙөгәндә, ғөмүмән, һәр сарала әүҙем ҡатнаша.
Ауылыбыҙ уңғандары ауыл менән генә сикләнмәй, район, республика һәм Рәсәй күләмендәге сараларға ла ихлас ҡушыла. “Ете егет” проектында Манышты егете Ғәҙел Дәүләтов еңеп сыҡты. Беҙҙең ауылдан Рәнзил Мөлөков республикала үҙ ауырлыҡ үлсәмендә ММА чемпионы булды.
Шулай уҡ 11 йыл дауамында үткәрелеп килгән “Ҡатай йәштәре” йыйынында ла ҡатнашабыҙ. Әйткәндәй, унда иҫерткес эсемлектәр һатылмай һәм эскән килеш килеү тыйыла.
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– “Ирҙәр ҡоро” эскелеккә ҡаршы көрәш алып бара. Ауыл магазиндарында араҡы, коньяк кеүек спиртлы эсемлектәр һатылмай. Мәсеткә йөрөгән кешеләр арта бара. “Ирҙәр ҡоро”н ойошторғанға тиклем ауылда ир-егеттәр һүлпән ине, хәҙер улар сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
– Белеүебеҙсә, “Ирҙәр ҡоро” ағзалары халыҡ кәсебен тергеҙеү йүнәлешендә лә эш алып бара...
Хөрмәтулла ЙОМАҒУЖИН:
– Мин инде ете йыл хаҡлы ялда, әммә буш ваҡытым юҡ – мейес һалам, балта эше менән шөғөлләнәм, септәнән төрлө әйберҙәр үрәм. Быйыл Инйәр ауыл биләмәһе делегацияһы составында район һабантуйына барҙым – септә һуғып күрһәттем. Унда ситәнде күреп ҡайтҡас, үҙем дә үрә башланым. Биҙәп баҡса эшләнем, күршеләргә оҡшаны, “әкиәттәге кеүек” тип һоҡланып ҡарайҙар.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр, Башлаған саҡта ауыр ҙа тойолалыр, әммә эш оҫтанан ҡурҡа ул. Электән ата-бабалар шөғөлләнгән кәсептәр байтаҡ. Уларҙың эш өлгөләрен ҡарап өйрәнәбеҙ. Мурҙа үрәләр, ситән эшләп ҡуйыусылар ҙа күбәйер, моғайын.
Вадим ЙОМАҒУЖИН:
– Ауылыбыҙҙа оҫталар күп. Кемдер ағас эшкәртеп, төрлө йыһаз эшләй, тимерселәр, һүрәт төшөрөүселәр, һунарсылар бар. Үҙем – балта оҫтаһы. Тәҙрәләргә боронғоса яҡтау эшләп ултыртам. Хәҙер күптәр йорт тәҙрәләрен таҡта менән генә эшләй ҙә ҡуя, ә беҙҙә ағас йорттарҙа элеккесә итеп эшләтәләр. Ул йорттоң бүрәнәләрен ныҡ тота, уйнатмай.
– Ситтә йәшәгән яҡташтарығыҙ атайсалға ярҙам итәме?
Раян МИҺРАНОВ:
– Мин инде оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәйем, шулай булһа ла ауылдың тормошона битараф түгелмен, ярҙам итергә тырышып торам. Башҡа ауылдаштарым да шулай. Төрлө эште атҡарыу өсөн матди ярҙам күрһәтәбеҙ, бағыусыларҙы йәлеп итәбеҙ. Районда тәүгеләрҙән булып беҙҙең ауылда “Ирҙәр ҡоро” эшләй башлауы – ҡыуаныслы күренеш.
Ауыл – тыуған бишегебеҙ, шуға ла уның йәшәйешенә, тын алышына битараф ҡала алмайбыҙ, уның яҙмышы өсөн борсолабыҙ. Ситтә йөрөһәк тә, уйыбыҙ йәнтөйәктә ҡала. Ҡасан булһа ла барыбер ҡайтасаҡбыҙ, шуға ла һәр ваҡыт ата-бабаларыбыҙ рухына тоғро ҡалырға, кендек ҡаныбыҙ тамған ерҙе һаҡлап торорға тейешбеҙ.
– Һеҙ – Манышты ауылы ир-егеттәре, ысынлап та, маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡлы эштәр атҡараһығыҙ. Һеҙҙәге кеүек “Ирҙә ҡоро” башҡа ауылдарҙа ла барлыҡҡа килер һәм тыуған еребеҙҙе, туған телебеҙҙе, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ауылдарыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индерер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА