

Ҡунаҡсыл Асҡын ере “Минең бәләкәй Ватаным – Атайсал” зона форумына 11 райондан килгән вәкилдәрҙе бергә тупланы. Ҡариҙел, Тәтешле, Мишкә, Балтас, Борай, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Салауат райондарынан һәм Пермь крайының Октябрьский ҡалаһынан бер уй, уртаҡ теләк менән йыйылған ҡунаҡтар “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар, меценаттар менән танышты, райондың үҫешенә, рухи донъяһына үҙ өлөшөн индергән әүҙемселәр менән тәжрибә уртаҡлашты.
“Беҙ ҙә үҙгәрҙек...”
Форумда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләү һүҙендә яҡташлыҡты берләштергән көс – “Атайсал” проектының йәнле һәм уңышлы эшмәкәрлек икәнен дәлилдәр менән раҫланы. Ысынлап шулай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән “Атайсал” проектының эш башлауына ике йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, ошо дәүерҙә 11844 ғариза бирелгән, 11 036-һы тормошҡа ашырылған. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта төрлө эштәргә 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Бында Хөкүмәттең бер тине лә инмәгән, ә ошо күләмдә аҡса туплау өсөн халыҡ үҙ теләге менән күпме көс һалған, күпме ваҡытын сарыф иткән!
Асҡын районында тыуып үҫеп, әле сит тарафтарҙа йәшәһә лә, тыуған яғы, халҡының көнкүреш мәшәҡәттәре, йәшәйеше менән даими танышып, бәйләнештәрҙе өҙмәгән, тыуған төйәгенә оло һөйөү һаҡлаған кешеләрҙең күп булыуы хайран ҡалдыра. Шуларҙың береһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир-ағзаһы, Асҡын еренең тоғро улы Әлфис Ғаязов ошо проектҡа тиклем үк Иҫке Ҡаҙансы мәктәбен тамамлаған уҡыу алдынғыларына исемле академик стипендия булдырғайны. Мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға, шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә әле лә ярҙам итә Әлфис Суфиян улы. Уның ауылдашы, Рәсәй прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Советтар Союзы Геройы Нурулла Сафиндың улы Зөфәр Нурулла улы – шулай уҡ йылы хәтирәләр уятҡан тыуған төйәгенә даими ярҙам күрһәткән шәхестәрҙең береһе. Ул Еңеү паркында мемориаль комплекс төҙөү идеяһын тормошҡа ашырыуға көс һала. Бына егерме йылдан ашыу инде Сафиндар ғаиләһе Еңеү көнө алдынан үҙ аҡсаһына еңел атлетика ярыштарын ойоштора, 1997 йылда яҡташтары ярҙамында атайҙары хөрмәтенә мәсет төҙөгән. Ауылдаштар Әлфис Суфиян улы менән Зөфәр Нурулла улы яҡшы ғәмәлдәрҙе йөрәк ҡушыуы буйынса, ысын күңелдән башҡара.
Тағы ла бер сағыу миҫал – форумда ҡатнашыусылар Яубүләк ауылында ошо ерҙең данлыҡлы улы Иван Якутов исемендәге паркты һәм һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашҡанда, был мөһим эште атҡарыуҙа яҡташтары, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Адик Фәтхуллиндың, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтовтың ҙур көс һалыуы тураһында хәбәрҙар булды. Тыуған яғына һәм халҡына оло һөйөү йөрөткән кешеләр исемлеген артабан да дауам итергә мөмкин. Изгелек ҡылыу, кемгәлер яҡшылыҡ эшләү беҙҙең тәбиғәтебеҙгә һалынған. Ә “Атайсал” тап ошо нескә хис-тойғоно уятып, яҡташлыҡтың көсөн тойорға, туғанлыҡтың ҡәҙерен белергә этәрә. Форумда ҡатнашыусылар “проектҡа ҡушылғандан һуң беҙ ҙә үҙгәрҙек, икенселәндек” тигән һүҙҙәрен яҡшы аңлайбыҙ. Ысынлап та, үҙебеҙ яҡшырған һайын, йәмғиәтебеҙҙе лә, тирә-яғыбыҙҙағы кешеләрҙе лә яҡшыртабыҙ бит.
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Упҡанкүл ауылындағы “Әкбәр” мәсетендә ҡорбан салыу йолаһынан һуң табын әҙерләү мәленә тап килдек. Асҡын районында “Бәләкәй Ватаным – Атайсал” муниципаль зона форумы уңайынан дин әһелдәренең осрашыуы, түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыуы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлеге, иҫән-һау ҡайтыуы теләгендә ҡорбан салып, доға уҡыуы һис тә ғәжәп тойолманы.
Бөгөнгө ысынбарлыҡта диндең мөһим социаль институт булып сығыш яһауы һәм дәүләт менән рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙа бер бөтөн булып хеҙмәт итеүе барыбыҙҙың да файҙаһына ғына. Йәмғиәтебеҙҙә мәҙәни мираҫты тергеҙеүҙә халыҡтың әүҙем ҡатнашыуына ихтыяж бар. Һис һүҙһеҙ, был эштә дин вәкилдәре ҡатнашып, берҙәмлекте нығытыу хаҡына үҙенең ныҡлы, тос һүҙен әйтә ала. Киҫкен үҙгәреш шарттарында һәм махсус хәрби операция барған осорҙа милләттәштәребеҙгә рухи яҡтан ярҙам күрһәтеү республикабыҙ һәм тотош ил өсөн һулар һауалай кәрәк. Был мәсьәләләр, власть һәм дин әһелдәре, әүҙем граждандар араһында үткәрелгән тәжрибә уртаҡлашыу саралары форум сессияһында ла ҡаралды.
“Әкбәр” мәсетендә беҙҙе ҡаршы алған имам-хатип Ғәбделәхәт Суфиянов Иман йортоноң тарихы менән таныштырҙы. Уға 2008 йылда нигеҙ ташы һалына, ә өс йылдан мәсет эшкә тотона. “Яҡташыбыҙ Рәдис Әкбәровтың ниәте менән башланғайны ул, үҙе беҙгә төҙөлөш материалдары менән ҙур ярҙам күрһәтте. ”Атайсал” проекты булмаған саҡта ла яҡташтарыбыҙ шулай изгелекле, ярҙамсыл булды, – ти имам-хатип. – Бөгөн ауылдаштарыбыҙ Гөлсәсәк Шәймөхәмәтова менән Хәмиҙә Шакирова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә иҫәнлек теләп, ҡорбан салдырырға ниәтләне”.
Ауыл биләмәһенән алты егет хәрби хеҙмәткә алынған, әле ҡорбан салдырған әсәйҙәрҙең береһе сентябрь айында хеҙмәткә оҙатҡан улының тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтә. Берҙән-бер балаһын хәрби операцияға ебәргән әсәнең хәлен дә, изге ниәттәрен дә яҡшы аңлайбыҙ, игелеге үҙенә сауап булып ҡайтһын. Бындай ауыр саҡта улдары Ватанды һаҡлаған ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар, йылы һүҙ, ярҙам, терәк булырлыҡ ауылдаштар кәрәк.
Дүрт районға имам-хатип булып торған Зөфәр Ғиндуллин һәм Ҡыйғаҙы ауылының “Нур” мәсете имам-хатибы Сәғитйән Ғәлимшин да “Атайсал” проектының халыҡты әүҙемләштереп ебәреүен билдәләне. “Хоҙай Тәғәлә беҙгә ҡабатланмаҫ матурлыҡ, хозур көндәр биргән. Алдағыһы ла хәйерле булһын, ҡөрьән уҡып, доға ҡылайыҡ. “Әкбәр” мәсете биләмәбеҙҙә ойошторолған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Күрәһегеҙ бит, бөгөн дә күпме ағинәйҙәр, “Аулаҡ ауыл” фольклор ансамбле ағзалары килгән, беҙҙә битарафтар юҡ”, – ти дин әһелдәре.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов дин әһелдәренең “Атайсал” проектында ҡатнашыуҙарын, ауыл йәмен һәм тәртибен һаҡлауҙа, халыҡты ойоштороуҙа мөһим эш башҡарыуҙарын билдәләне. Урал Таһир улы әйтеүенсә, “Атайсал” проекты шундай үҙенсәлекле, йәнле, күңел һалып эшләй торған сара булды, бында һинең милләтең, ҡайһы динде тотоуың, ниндәй белемгә эйә булыуың һис мөһим түгел, барыһы ла бәләкәй Ватаныңа, бала сағың үткән тыуған ереңә, күрше-күләнеңә, ауылдаштарыңа ҡарата яратыу тойғоһонан ярала. Бик ҡеүәтле көс ул Атай йорто – “Атайсал”!
Форумда ҡатнашыусылар Асҡындағы Үҙәк район мәсетендә лә булды, Изге Никольск ғибәҙәтханаһындағы ремонт эштәрен ҡараны, халыҡ менән тығыҙ аралашты.
“Тыуған көнөңә лә килербеҙ, Мөхәмәтзыя бабай!”
“Атайсал” форумына килгән ҡунаҡтар районда берҙән-бер иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакировтың хәл-әхүәлен белешмәй китә алманы. Урал Килсенбаев, Динис Йосопов бер төркөм ҡунаҡтар менән ветерандың әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып торған күркәм йортонда булды, әңгәмәләште, бүләктәр тапшырҙы, ҡыҙы Асия Мөхәмәтзыя ҡыҙы менән аралашты.
Райондың Упҡанкүл ауылында йәшәгән ветеранға – 96 йәш. Ул 1944 йылда фронтҡа алына, хәрби әҙерлекте Ырымбур өлкәһендә үтә, пехотала, артиллерияла хеҙмәт итә, элемтәсе була. Бөйөк Еңеүҙән һуң Алыҫ Көнсығышҡа Японияға ҡаршы һуғышҡа оҙатыла. Бынан һуң да Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров өсөн хеҙмәт тамамланмай, уны Чукоткаға ебәрәләр. 1951 йылда ғына күкрәгенә орден-миҙалдар тағып тыуған яғына ҡайтып төшә ул. Жуков, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены – ошо дәһшәтле дәүерҙең иҫтәлеге. Аҙаҡ колхозда, төҙөлөштә эшләй. Ҡатыны менән һигеҙ бала үҫтерәләр, әле уларҙың бишеһе иҫән-һау.
Ҡунаҡтар һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына һаулыҡ, именлек теләне, оҙаҡламай тыуған көнөнә килеп, тағы күрешәсәктәрен белдерҙе. Мөхәмәтзыя Әхмәтзакиров әле лә ауылдаштарының тормошо менән ҡыҙыҡһынып, көнкүрештең тағы ла яҡшырасағына, элек үҙе төҙөүҙә ҡатнашҡан, хәҙер инде “ҡартайған” иҫке клуб урынына яңыһы төҙөләсәгенә ышанып йәшәй.
Яҡташтар берләшһә, көсөбөҙ артасаҡ
“Минең бәләкәй Ватаным – Атайсал” форумы ошо ерҙә тыуып үҫкән, проектта әүҙем ҡатнашҡан, ҙур тормош һәм эш тәжрибәһенә эйә яҡташтарҙың урындағы йәштәр менән осрашыу майҙаны ла булды. Сараның эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәлдәр, секция ултырыштары, “Тамыр” телеканалынан оҫталыҡ дәрестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн стратегик сессия ойошторолдо.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Яҡташтар ойошмаларының муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе” тигән темаға арналған секция ултырышында Ҡышлауйылға урта мәктәбе директоры Земфира Суфийәрова Асҡындың яҡташтар ойошмаһы тарихы, муниципаль берәмек менән тығыҙ бәйләнештә эшләү тәжрибәһен уртаҡлашты, хеҙмәттәшлек ярҙамында райондың абруйын күтәреү, биләмәлә “Яҡташтар” ассоциацияһы булдырыу мәсьәләһен ҡуҙғатты. Башҡортостан Милли архив бүлеге етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин иһә “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” халыҡ байрамдарының яҡташтарҙы берләштереүҙәге һәм тарихи хәтерҙе тергеҙеүҙәге әһәмиәтен билдәләне.
Ултырышта башҡа район вәкилдәре лә тәжрибә уртаҡлашты. Мәҫәлән, Салауат районының “Салауаттар” яҡташтар ойошмаһы вәкиле Салауат Сөнәғәтуллин, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин, Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылынан Разия Шәрипова, Балтастағы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Айҙар Сираев эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Анапа ҡалаһы һәм районы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Эльвира Ғәлиәкбәрова Рәсәйҙең көньяҡ төбәгендә яҡташтарҙың берҙәм эш алып барыуы тураһында һөйләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов иһә яҡташтар ойошмаһының әлеге ҡатмарлы мәлдә айырыуса әүҙем булырға тейешлеген билдәләне:
– Яҡташтар ойошмаһын тергеҙеү тәжрибәһе һөҙөмтәлелеген раҫланы. Халҡыбыҙҙа элек-электән килгән ярҙамсыллыҡ, ауыр саҡтарҙа бер-береңде иғтибарһыҙ ҡалдырмау, шәфҡәтлелек сифаттары мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ ҙә, 1980 йылдар быуыны вәкилдәре, күршеләрҙең бер-береһенә бесән сабыуҙа, бура күтәреүҙә, һуғым һуйыуҙа ҡатнашҡанын, өмәләр уҙғарғанын яҡшы хәтерләйбеҙ. Асҡын районында ла халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрҙе берҙәм ынтылыш менән хәл итеүендә ошо милли һыҙаттарыбыҙҙың, йолаларҙың көсөн күрәбеҙ, – тип, яңыраҡ күмәк көс менән заманса спорт майҙаны төҙөлгән Солтанбәк ауылын миҫалға килтерҙе. – Хәҙер иһә яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙгә дәррәү ярҙам ойоштороуын күҙәтәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Йөрәк йылыһы” акцияһы киң хуплау тапты, ә Көньяҡ федераль округында йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең төбәгендәге госпиталгә эләккән яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Халҡыбыҙҙы берләштереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ.
“Улдарыбыҙ беҙҙән уҙҙырҙы...”
“Изгелек ит тә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер”... Халыҡ аҡылының тапҡырлығына, тәрәнлегенә нисек һоҡланмайһың?! Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында йәшәгән һәр кемгә яҡшы таныш тормош һөйөүсән умартасылар династияһы Мулләхмәтовтарҙың да тормош девизы аныҡ: “Изгелек ҡылыу тынлыҡ ярата”. Оло ғаилә йыл әйләнәһенә егәрле бал ҡорттары кеүек тынғылыҡ белмәй, дөйөм эшкә ярҙам кәрәккәндә, уларҙың һис икеләнмәй мул өлөш индерәсәген яҡташтары яҡшы белә.
Йорт хужабикәһе Әлфиә Мулләхмәтова менән районда “Бәләкәй Ватаным – Атайсал” форумы уңайынан ойошторолған йәрминкәлә таныштыҡ. Төрлө ҙурлыҡтағы һауыттарға һалынған татлы ризыҡтың хаҡы ла “тешләшмәй”, һатып алыусылар әйтеүенсә, балдың сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел. Ғөмүмән, Асҡын районы биләмәһендә егәрлеләргә умартасылыҡты үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар: хозур тәбиғәт, йәйен шау сәскәгә күмелгән яландар, тынлыҡ...
– Беҙ – өс ғаилә – бер ауылда айырым йорттарҙа донъя көтәбеҙ, әммә аҡса янсығы барыбыҙға берәү генә, – тип шаярта хужабикә. – 400-гә яҡын умарта тотабыҙ, быйыл уңыш та юғарыраҡ булды.
Мулләхмәтовтарҙың оло ғаиләһе йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға өлгөрә, республика һәм ил кимәлендә район данын яҡлай. Умартасылар династияһы хәйриәлек менән шөғөлләнеүҙе үҙҙәренең тормош асылы тип иҫәпләй. Яңыраҡ улар Донбассҡа бал ебәргән. Бынан алда Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән егеттәргә лә татлы ризыҡ оҙатылған. Ә ауыл мәктәбе ашханаһында Мулләхмәтовтарҙың күстәнәсе уҡыусылар өҫтәлендә һәр саҡ бар.
“Бынан бер нисә йыл элек Әлфиә һәм Фәнүз Мулләхмәтовтар, улдары Илдар менән Азат үҙәк урамға яҡтылыҡ индерҙе, мәсетте ремонтланы, тәүге осорҙа электр энергияһы өсөн сығымдарҙы түләне”, – ти яҡташтары. Ағалы-ҡустылы Мулләхмәтовтар, мәктәптә уҡ атыу секцияһын ойоштороп, мәргәнлек серҙәренә өйрәтә, йәш быуынды ҙур теләк менән ярыштарға йөрөтә. Егеттәр районда һәм республикала мәҙәни-спорт сараларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Дини байрамдарҙа ла йыш ҡына бағыусы булып сығыш яһайҙар. Шуныһын да әйтеп үтәйек: Илдар менән Азат мәҙрәсә тамамлаған, Ҡазанда Ислам институтында уҡыған, икеһе лә хәләл ефеттәре менән намаҙға баҫҡан. Әсәләре әйтеүенсә, улдары үҙҙәренә ҡарағанда ла иртәрәк дин юлын үҙ иткән.
Ғаилә ағзалары араһында хеҙмәт бүленеше лә бар. Мәҫәлән, Илдар бал һурҙырыуға яуаплы булһа, Азат – “нәҙекәйбилдәр”ҙең табибы, уларҙы дауалау, ҡышҡы осорҙо үткәреү серҙәрен белә. Көҙ еткәс, Мулләхмәтовтар бергәләшеп бал һурҙыра. Әсәләре Әлфиәне барыһы ла “менеджер” тип йөрөтә, сөнки ғаилә предприятиеһының бөтә продукцияһы уның оҫталығы менән һатыла.
– Хәҙистәрҙә һәм аяттарҙа яҡын кешеңә ярҙам итеү кәрәклеге тураһында асыҡ әйтелә. Әгәр күршеһе ас булғанда, мосолман тыныс ҡына йоҡларға ятһа – был гонаһ. Донбасста беҙҙең ут күршеләр, дуҫтар йәшәй. Күпме кәрәк, шунса бал ебәрәсәкбеҙ, – ти улдар. – Атай-әсәйебеҙ бөгөн дә беҙгә “изгелек ҡылһағыҙ, унан файҙа көтмәгеҙ, яҡшылыҡ эшләү менән онотоғоҙ” тип өйрәтә.
Бына шундай һәр йәһәттән өлгө күрһәткән, кешеләр яҙмышына битараф булмаған, киң күңелле умартасылар ғаиләһе менән осраштырҙы беҙҙе “Атайсал”.
“Яҡташлыҡ” минең өсөн ҡоро һүҙ түгел”
Күңелле бай йәрминкәләр, мауыҡтырғыс күргәҙмәләр, яҡташтар менән эшлекле осрашыуҙар, яңы өмөттәр һәм бурыстар билдәләнгән форум үтеп тә китте. “Яҡташлыҡ” минең өсөн ҡоро һүҙ түгел. Тыуған яғыма 19 йылдан һуң әйләнеп ҡайттым. Ошо йылдарҙа райондан ситтә лә ойошоп, бәләкәй Ватаныбыҙға ярҙам күрһәтә алдыҡ. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә, Өфөлә, Нефтекамала, Пермь крайында яҡташлыҡ ойошмалары булдырылды, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов. – “Атайсал” проекты барлыҡҡа килгәндән алып, районда 608 изге эшкә юл асылды. Ярҙам суммаһы – бер меңдән бер нисә миллион һумға тиклем”.
Яҡташтарҙың баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы ҡылған изгелектәрен ғәм халыҡҡа күрһәтергә ирек бирмәгәнен белһәк тә, уларҙың бер нисәһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Тормошҡа ашырылған проекттарҙың һаны буйынса Барахаевка ауылында йәшәгән район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин лидер булып тора. 31 проектты тормошҡа ашырыуға булышҡан егет Рәхмәт хаты, “Республика намыҫы өсөн” миҙалы һәм “Атайсал” проектында еңеүсе дипломы менән бүләкләнгән.
“Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе халҡына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тонналап минераль һыу ебәргән.
Ҡазанда йәшәгән йырсы-композитор Вадим Фәтхинуров, ошонда хәрби әҙерлектә ятҡан яҡташтарын табып, уларҙы үҙ аҡсаһына кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән.
Ҡайһы бер меценаттар тураһында тулы мәғлүмәт тә юҡ, әммә уларҙың ярҙамы менән юлдар, Изге Никольск ғибәҙәтханаһы ремонтлана, 2-се балалар баҡсаһы биләмәһе төҙөкләндерелә. Асҡындар – ябай, эшсән, ярҙамсыл халыҡ. Тап уларҙың көсө менән зыяраттар, һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар тәртипкә килтерелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы дәртләндереү, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса даими эш бара. Бындай сағыу миҫалдарҙы тағы ла дауам итергә булыр ине.
“Атайсал” проекты, хәйриә һәм яҡташлыҡтың әһәмиәтен тағы ла бер башҡа үҫтереп, дәрәжәһен бермә-бер арттырҙы. Форумда ҡатнашҡан 11 райондың иң әүҙем, ярҙамсыл ул һәм ҡыҙҙарына иҫтәлекле дипломдар тапшырылды.
Киләһе “Бәләкәй Ватаным – Атайсал” зона форумын үткәреү бурысын ҡырмыҫҡалылар үҙ иңенә алды. Тимәк, һөйөнөслө яңылыҡтар ҙа, яҡшы хәбәрҙәр ҙә, етди бурыстар ҙа алда әле.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Асҡын районы.