Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 10:17

“Ғүмер изге эштәр өсөн бирелгән”

Хәүеф-хәтәр янамай.

Мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә быуаттар буйы килгән халыҡ аҡылының сағылыуын барыһы ла белә. Уларҙың баштағы мәғәнәһе онотолоуы ла мөмкин. Шулай ҙа рус халҡының “донъяла изге күңелле кешеләр юҡ түгел” тигән әйтеме боронғо мәғәнәһен юғалтмаған.

Беҙҙең еңелдән булмаған, ярҙамға мохтажлыҡ кисерелгән заманда кеше проблемаларын үҙҙәренекеләй ҡабул итеүселәрҙе табыуы ҡыйын. Изге эштәр күрелмәй ҡалмай – улар, маяҡ кеүек, ярҙам көткәндәргә яҡтырта. Булышлыҡ күрһәтеп, һеҙ матди ярҙам ғына түгел, ә шатлыҡ та бүләк итәһегеҙ, матур киләсәккә өмөт уятаһығыҙ.

Бәләбәй ҡалаһының 24-се “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы биләмәһенең ҡоймаһын алмаштырыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Вадим Валерьевич Табиловҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә хәүеф-хәтәр янамаясаҡ.

Бағыусылыҡ ярҙамы насарҙарына ҡарағанда киң күңелле кешеләрҙең күберәк булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләй. Һеҙ күрһәткән изгелек һәм йомартлыҡ үҙегеҙгә йөҙләтә ҡайтһын. Һеҙгә иң изге теләктәр еткерәбеҙ, уңышлы булығыҙ, тотороҡлолоҡ, үҫеш теләйбеҙ!


Нурия ҒАРИФУЛЛИНА

Читайте нас