Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 10:16

Һөнәре – Ватанды һаҡлау

Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған.

Мәктәптә уҡығанда күптәребеҙ киләсәктә үҙен офицер тип күрҙе, яҙмышыбыҙҙы армия менән бәйләү тураһында хыялландыҡ. Егеттәр һау-сәләмәт һәм сынығып үҫһен, һәр төрлө ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаһын өсөн, ғөмүмән, беҙҙе бөтә яҡлап та тормошҡа әҙерләү йәһәтенән НВП дәресен алып барған хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рузалин Хәйруллин күп эш башҡарҙы. Ул беҙҙе “Зарница” һәм “Орленок” хәрби-спорт уйындарына алып сыҡты, бүтән сараларҙан да ҡалдырманы, шуға күрәлер ҙә инде Рузалин Тимербәк улының бик күп уҡыусылары хәрби училище курсанттары булып китте, барыбыҙ ҙа тиерлек армияла хеҙмәт иттек.

Әрме тигәндән, һәр саҡ хәрби комиссариатҡа йәки хәрби темаға арнал­ған матбуғат конференцияларына атлығып тор­ҙом. Әле лә шулай. Бынан бер нисә йыл элек Башҡорт­остан хәрби комиссары булып эшләгән генерал-майор Тимофей Азаров, журналистарҙы йыйып, ҙур һөйләшеү ойошторҙо. Генералдың һәр һорауға, хатта сетереклеләренә лә төплө яуап биреүе, ҡағыҙға ҡарамай һөйләүе, һандарҙы хәтерендә тотоуы оҡшаны.

Генерал-майор Тимофей Азаров – сығышы менән Брянск өлкәһе Брасов районының Жучок ауылынан. Тәүҙә урта мәктәпте уңышлы тамамлаған, артабан Ырымбур юғары зенит-ракета команда училищеһына уҡырға ингән.

– Бәләкәйҙән көслө булырға ынтылдым, физкультура дәрес­тәрен бер ҡасан да ҡалдырманым, – тип һөйләй Тимофей Михайлович. – Мәктәп йылдарында уҡ “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау” тигән ҡанатлы һүҙҙәр күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Ырымбур ҡалаһындағы хәрби училищены һайланым. Училищела беҙҙе ысын ир-егет, улай ғына ла түгел, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләнеләр.

Башта йәш офицерҙы Карпат буйы хәрби округына хеҙмәт урынына оҙаталар. Бында ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. “Мин – офицер”, “һин – һалдат” тип һис кенә лә танау өҫтөнән ҡарамай, киреһенсә, һалдаттар менән һәр саҡ бергә йөрөй, яланда улар янына ултырып тамаҡ ялғай, йәнәш ятып мылтыҡтан ата. Шуның өсөн дә һалдаттар араһында абруй ҡаҙанған.

Генерал Волга буйы – Урал хәрби округында юғары вазифалар биләгән. Ошо осорҙо ул һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. 

Тимофей Михайлович алты миҙал менән бүләкләнгән. Беҙ, башҡортостандар, генерал-майор Тимофей Азаров менән ғорурланабыҙ!


И. МӨХӘМӘТОВ

Читайте нас