

Белорет районының Сосновка ауылы үткән быуаттың 30-сы йылдарында, йәғни бик шомло, буталсыҡ заманда барлыҡҡа килә. Тәүҙә уны “Тотҡондар йорто – Домзак (Дом заключенных)” тип атайҙар, аҙағыраҡ “Участок” тип йөрөтәләр. Репрессияға эләгеп, Ҡапҡалы, Көҙйылға лагерҙарынан иреккә сығарылғандарҙы Белорет ҡалаһының ситендәге барактарҙа тотҡандар. Лагерҙарҙан ҡотолһалар ҙа, улар һаман күҙәтеү аҫтында йәшәгән һәм, металлургия заводы өсөн мал аҫрап, ит тапшырыу, иген һуғып, икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ҙә көс түккән.
Ошолай ситләтелгән халыҡты әлеге Сосновка ауылы урынлашҡан урынға күсергәс, икмәк етмәүҙән ыҙа күргәндәр. Аслыҡтан ҡотолоу өсөн тирмән төҙөргә ҡарар итәләр. Золомға эләккәндәр араһында уҡыған, аҡыллы, тырыш, уңған кешеләр күп булған. Сәйәси тотҡондар менән бер рәттән кулаклыҡта ғәйепләнгәндәр ҙә бергә егелеп, тормош дилбегәһен тартҡан. Ә һыуҙы яҡындағы күлдән алыр өсөн көрәк менән канау ҡаҙғандар, носилкаларҙа тупраҡ ташығандар. Был турала “Земли моей минувшая судьба” тигән китаптан уҡырға мөмкин. Әле Сосновканың Социалистик урамындағы текә ярлы канау шул ваҡыттан ҡалған. 70-се йылдарҙа ла бар ине әле унда һыу. Хәҙер ул бөтөнләй ҡороно.
Һуңғы йылдарҙа Сосновканың дүрт-биш урамға ҙурайғанын, яңыса төҙөлгән ҙур йорт-ҡураларын күреп, хайран ҡалғандар күптер. Ысынлап та, йәштәр хәҙер донъяны бөтөнләй бүтәнсә ҡора, өйҙәрен ике ҡатлы итеп һала, баҡса-ҡоймаларын килешле биҙәп, һарайҙарын, мунса-гараждарын да бөгөнгө заманға яраҡлаштырып төҙөй. Һәр береһен “хан һарайы” тиһәң дә була. Шәхси хужалыҡтарҙа еңел автомашина ғына түгел, йөк машиналары йә булмаһа трактор ҙа бихисап. Дәртле, уңған ғаиләләр, береһенән-береһе уҙҙырып йәшәргә теләгән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар донъяларын гөрләтеп алып бара.
Кешеләрҙә дәрт, һаулыҡ булғас, ауылда ял итеү, күңел асыу урыны ла булырға тейеш. Эйе, ҡала йыраҡ түгел, ғаилә менән барып, матур урындарҙа ял итеп ҡайтырға мөмкин, ләкин уның өсөн ваҡыт кәрәк, һәр кем ҡалаға йөрөй ҙә алмай. Ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең – үҙ хужалығында мал тотҡандарҙың, баҡса үҫтергәндәрҙең ваҡыты ла сикләнгән шул. Бынан тыш, оло йәштәге кешеләр ҙә күп Сосновкала. Улар өсөн ҡала баҙарына бер барып килеү ҙә ауырға төшә.
“Ә үҙебеҙҙә, ауылда, матур ял урыны эшләп буламы? Мәҫәлән, парктар, төрлө саралар үткәреү урыны... Бының өсөн нимә кәрәк һуң? Әлбиттә, тәүге сиратта буш майҙан. Ул урынды ауылда күпләп йөрөгән мал үтмәҫлек итеп кәртәләп алыу... Был эште атҡарып сығыу өсөн бағана, таҡта һәм башҡа кәрәк-яраҡ кәрәк”, – тигән уйҙар Сосновка биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәровҡа күптән тынғылыҡ бирмәй һәм эште нисектер башлап ебәреү уны уйланырға, барыһын да планлаштырырға мәжбүр итә.
Парктың ҡайҙа булырын Азамат Кинйәбулат улы күптән белә. Уның ярҙамсыһы Рәил Исрафилов, ошо урында парк асыу тураһында бер нисә тапҡыр әйтеп, фекерен уртаҡлашҡайны. Ғәмәлдә ул элекке кипкән күл урыны, күркәм ер. Яҙын һыу әҙерәк сыҡһа ла, тиҙ кибә, йәй буйы йәм-йәшел булып үлән үҫә. Кистәрен үҫмерҙәр бадминтон уйнай, туп һуға. Шулай итеп, буласаҡ парк урыны хәл ителә.
Етәксе, ауыл советы депутаттары, ярҙамсылары, үҙен һайлаған кешеләр менән һөйләшеп, уларҙың фекерҙәренә лә ҡолаҡ һала. Берәүҙәр: “Һы, әлләсе”, – тип яуап бирә. Икенселәр: “Яҡшы булыр ине лә ул, тик кем ярҙамлашыр. Тәҡдим шәп, эше күп шул, халыҡ әүҙемлек күрһәтерме икән?” – тип икеләнә.
Шулай итеп, Азамат Мөхәмәтйәров ошо йәйҙең аҙағында бер төркөм ярҙамсыһы менән парк булдырыу эшен башлап ебәрҙе. Сосновкала парк төҙөү тураһында хәбәр ауылда тиҙ таралды. Ярҙамсылар ҙа, йома һайын үҙҙәре теләп эшкә килгән ир-егеттәр ҙә табылды. Аҡсалата, материал, техника менән ярҙам иткәндәргә Азамат Кинйәбулат улы хакимиәт исеменән ихлас рәхмәт белдерә.
Хакимиәт башлығының ауыл өсөн кәрәкле эшкә тотоноуын хуплап, ярҙамдан баш тартмаған “Урал урманы” сауҙа-етештереү яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Владимир Устинов, Урман комбинаты директоры Роберт Йомағолов, ауыл эшҡыуары, пилорама хужалары Булат менән Дамир Мөхтәровтар материал менән ярҙам күрһәтмәһә, эш алға бармаҫ ине. Бағана бүрәнәләре кәрәгенсә ҡырҡылған, таҡта йышылған.
Йомала Сосновка халҡын мин дә барып күрҙем. Ҡатын-ҡыҙға әлегә эш юҡ, әммә буласаҡ паркта уларға ла ҡатнашмайынса булмаҫ – хакимиәт башлығы унда төрлө ағас-ҡыуаҡ, сәскә түтәлдәре, ял итеү өсөн эскәмйәләр, матур беседкаларҙы күрергә хыяллана. Әлеге мәлдә 100 төп ҡарағай үҫентеһе алынған. Эскәмйәләр ҙә тиҙҙән үҙ урынын биләр. Бына шул саҡта ҡатын-ҡыҙҙың ярҙамы кәрәк булыр. Парк ҙур булмаҡсы: 131 бағана ултыртылған, ике яғынан таҡта менән уратып алынған.
Үткән йомала егеттәр, тағы ла өмәгә сығып, парк урынын тулыһынса кәртәләп ҡуйған. Дөйөм эш күңелгә дәрт бирә. Салауат Мөхәмәтйәров тракторында ярҙамға сыҡҡан. Мөхәмәтйәровтарҙың атайҙары Кинйәбулат Иҙрис улы ла өмәлә ҡатнашҡан. Ғата Мөхтәров, Нурғәле Низаметдинов, Салауат Шакиров, Рәил Исрафилов, Юрий Ермилов, Наил Юлдашев, Фидус Шакиров, Вадим Ильясов, Илфат Ғайсин, Егиш Данильян иң әүҙеме, ҡулдары эш белә, үҙҙәренең техникаһы ла бар. Раян Латипов: “Мин бында өсөнсө тапҡыр килдем. Бер ҙә ауыр түгел, техника ла, материалдар ҙа бар. Меңләгән сөй тотонғанбыҙҙыр инде. Эш бара, күңелле”, – тип йылмая.
Эш барышында ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылай икән. Бер оло ғына ир, бензобурҙың еңел генә соҡор ҡаҙғанын күҙәтеп тороп, ҡыҙығып китеп, барып тотоноуы була, бер нисә метрға осоп барып та төшә. Ярай, эш көлөп кенә иҫкә алырлыҡ булды, ти егеттәр. Ә сөйгә килгәндә, ул бик күп талап ителгән – Азамат Кинйәбулат улы магазиндан ташып өлгөрмәй. Ҡойма ныҡлы булһын тиһәң, урынына еткереп ҡағырға кәрәк шул.
Бер урында ҡойма төҙ генә барған да әҙерәк ситкә тайпылыш булған. Минең һорауыма: “Күрәһегеҙме, унда ағастар матур ғына булып үҫеп ултыра. Ошо Дауахана урамында йәшәгән Рауил ағай бик яҡшы балта оҫтаһы ине, күп өйҙәр төҙөп ҡалдырҙы ул Сосновкала, хәҙер мәрхүм инде. Был ағастарҙы ул ултыртып, кәртәләп ҡуйғайны. Парктан ситтә ҡалһалар, мал матур булып үҫеп ултырған муйыл-тирәктәрҙең ҡайырын сәйнәп, мөнтәп бөтөр. Парк эсендә ҡалһа, кем тейһен, баҡса йәме шул ағас бит, тип уйлап, проектҡа үҙгәрештәр индерҙек”, – тине ауыл хакимиәте башлығы.
Шулай уҡ парктың урта өлөшөндә үләнле-ташлы, йыраҡтан күренеп торған утрау-ҡалҡыулыҡ бар. Тәүҙә шул ерҙе матурларға уйлай төҙөүселәр. Бына ҡайҙа буласаҡ ул киләсәктә хөрриәт – тәбиғәт, сәскә үҫтерергә яратҡандар өсөн ижади эш. Ҡыуаҡтарға, үҫентеләргә урын күп бында. Әйҙә, киләсәктә яҙҙан көҙгә тиклем матурлап торор донъяны.
Өмәлә ҡатнашҡандар менән хушлашҡанда һорай ҡуям: “Ә парктың исеме бармы?”
– Әлегә уйлап өлгөрмәнек шул... Бәлки, һеҙ халыҡ менән һөйләшеп, берәй матур ғына исем табырһығыҙ?
Эйе шул, парк исемле булырға тейеш. Мәҫәлән, ошондағы тау, йылға атамаларын ҡушһаҡ... Әрүәк-Рәз, Иҙел, Ятва. Ятва йылғаһы Сосновка ауылының уртаһынан аға. Матур, таҙа, йылы һыулы йылға. Иҙелгә ҡушылған ерҙә балалар һөйөнөп һыу инә, уйнай, ял итә.
Йәштәргә бында “Мин Сосновканы яратам” тигән арт-объект эргәһендә селфи эшләргә мөмкин. Заман хәҙер шулай, смартфонһыҙ йөрөгән кеше юҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: парк эсендә балалар йүгерә, бадминтон, волейбол уйнаған йәштәр ҙә бар. Эскәмйәләрҙә ололар ял итә. Кемдер бәйләм бәйләй, гәзит уҡый. Утрау сәскәгә күмелгән, һәр урам үҙенә бер түтәл яһаған, миләш, балан, муйыл, сирень ҡыуаҡтары, утрау эргәһендә сәй өҫтәлдәре, шашлыҡ әҙерләү урындары, урманда урын эҙләп йөрөйһө түгел. Паркты уратып алған юлда коляскалар менән әсәй-өләсәйҙәр, велосипедта йөрөгән балалар күренә, ә иртәнсәк унда йүгереүселәр хужа. Шулай булыр, тип ышанғы килә, әлбиттә.
Гөлсөм МОСТАФИНА
Белорет районы.