Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 10:14

Радмир – мәктәптең ғорурлығы

Барыһы ла ғаиләнән башлана.

Дамир Билалов фотоһы.Дамир Билалов фотоһы.
Фото:Дамир Билалов фотоһы.

“Хәҙерге балаларға бер ниндәй ҙә сик юҡ, улар һис кенә лә тыйыуҙы белмәй”, тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Был осраҡта тиктормаҫ ҡыҙ һәм малайҙар тураһында һүҙ бара. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Психологтар фекеренсә, баланы саманан тыш сикләргә ярамай, шул уҡ ваҡытта тәрбиә ҡанундары тураһында ла оноторға тейеш түгелбеҙ.

Өфө ҡалаһының 18-се урта мәктәбе баш ҡалабыҙҙың бүтән белем усаҡтарынан һис кенә лә айырылмай, унда ла ҡәҙимге тормош дауам итә. Педагогтар уҡыусы балаларға төплө белем һәм матур тәрбиә бирергә тырыша.

Ошо белем усағында отҡор һәм тырыш балаларҙың береһе – Радмир Билалов менән осраштыҡ. Тәнәфескә ҡыңғырау шылтырағас, коридорҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар күренде. Тәҙрә янындараҡ кемдер тирәһендә өйкөлөшкәндәр. Баҡтиһәң, уныһы тиҫтерҙәрен ауыҙына ҡаратып ниҙер һөйләй. Дөрөҫөрәге, заманса телефондың киләсәктә ниндәй булыуы тураһында бәхәсләшәләр икән.

– Ҙур үҫкәс, программист булырға уйлап йөрөгәйнем, хәҙер иһә блогер-геймер һөнәре күңелемә тынғылыҡ бирмәй, – тип һөйләй IV “ж” класс уҡыусыһы Радмир Билалов. – Әлбиттә, бының өсөн бөтә фәндәрҙән дә “бишле”гә уҡырға тейешһең.

“Өс тин биреп һөйләткәйнем, биш тин биреп туҡтата алманым” тигән шикелле, Радмир маҡсат-хыялдары тураһында тәтелдәне генә.

18-се урта мәктәп уҡытыусыһы Рәсимә Ураҙмәтова әйтеүенсә, Радмир – зирәк бала, уға уҡыу ныҡ еңел бирелә. Ул дәрестә һәр ваҡыт ҡатнаша, бер ҡасан да әҙерлекһеҙ килгәне юҡ.

– Ошоға хәтлем төрлө холоҡло балалар менән эшләргә тура килде, әммә шуҡ, шул уҡ ваҡытта башлы малайҙар һирәкләп булһа ла осраштырғылай, – тип һөйләй Рәсимә Рәүил ҡыҙы. – Радмирҙың яратҡан дәрестәре – математика, технология, физкультура, һынлы сәнғәт. Математиканан һорауҙы ишетеү менән шунда уҡ ҡул күтәрә. Һүрәт төшөрөргә ултырһа, бүтән бер нимәгә лә иғтибар итмәй. Уйлауымса, уның сос булып буй еткереүендә, һүҙ ҙә юҡ, ата-әсәһенең роле бик ҙур. Ысынлап та, бөтәһе лә ғаиләнән башлана, тип тиккә генә әйтмәйҙәр. Был осраҡта Зита менән Дамир Билаловтарға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, әлбиттә.

18-се мәктәп Билаловтар йәшәгән йорттан бик йыраҡ урынлашмаған. Малай өлкәндәр оҙатыуында ла, яңғыҙы ла мәктәпкә йөрөй. Шул иғтибарға лайыҡ, ул дәрестәр бөтөү менән ҡайтырға ашыҡмай, ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, ошо белем усағындағы һәм ситтәге бер нисә түңәрәккә йөрөй. Ҡалала балаға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлектәр ҙур. Төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары, бассейндар һәм башҡа урындар – шуға асыҡ миҫал. Радмир иһә 2018 йылдан алып каратэ секцияһын ҡалдырмай. Тренерынан уңған малай. Ул Өфө генә түгел, ә тотош Башҡортостан буйынса турнирҙарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Максим Игоревич уны ысын ир-ат, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Радмирҙың әсәһе Зита Билалованың һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә ғәзиз кешеһен ул врач тип күрә. Улар тураһында төрлө әсбап, китаптар һатып алған, иң маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе тип аңлатҡан, ҡыҫҡаһы, ошо йүнәлеш буйынса эштәр алып барған. Әммә улының бүтән ҡыҙыҡһыныуҙарын аңлағас, һис кенә лә теләгенә ҡаршы төшмәгән, киреһенсә, хуплаған.

– Улыбыҙ йылдан-йыл һәләттәре менән һөйөндөрә, – тип әңгәмәгә ҡушыла йорт хужаһы Дамир Билалов. – Быйыл Радмир “Сулпан” балалар-үҫмерҙәр үҙәгенә яҙылды, ниәте – гитарала уйнарға өйрәнеү. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Бынан тыш, улыбыҙ шахмат уйнарға әүәҫ, кис етһә, ул йәки мин шахмат һындарын таҡтаға теҙә башлайбыҙ. Күркәм сифаттары менән ул һылыуы Регинаға ла өлгө күрһәтә.

Билаловтар сығышы менән икеһе лә Баймаҡ районынан. Кәрешкә ауылындағы өләсәй һәм Үрге Таулыҡай ауылындағы ҡартәсәй ейән­д­ә­ренең ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. “Улыбыҙ ҙур кеше булһын” тип уның киләсәген яҡшыға юрай улар.


Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас