Ҡыҙғаныс, әммә йыш ҡына ир менән ҡатындың талашында балалар зыян күрә. Башҡортостанда атай кеше улын балкон тәҙрәһенән ташлау менән янаған. Был хәл Октябрьский ҡалаһында булған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын араһында ғауға сыҡҡан. Һуңынан ир үҙенең сабыйын ҡулына алып, уны бишенсе ҡаттағы балкон тәҙрәһенән тышҡа сығарған.
Полицейскийҙарға билдәле булыуынса, хәләл ефете менән даими ыҙғыштар арҡаһында йәш әсә балаһын алған да, әсәһенә йәшәргә күсеп киткән һәм айырылышыуға документтар биргән. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын улы менән әйберҙәрен алырға тип килә. Ир уға асыуланған һәм әйберҙәрен подъездға ырғытҡан, һуңынан баланы ҡулына алып, балконға сыҡҡан һәм ҡулдарын асыҡ тәҙрәнән һуҙып, сабыйҙы бишенсе ҡаттан ташлайым тип янай башлаған. Бала ҡурҡып илай башлаған. Ғәйепләнеүсе баланы йәнә балконға мендергән. Ҡатын улын тынысландырырға теләгән һәм шулай уҡ тормош иптәшен тынысланыуҙы һораған.
Ләкин ир йәнә балаһын тотҡан ҡулын асыҡ тәҙрәнән сығарып, тағы бер аҙым эшләһә, ул баланы тәҙрәнән ташлай, тигән. Һуңынан ир ҡатындан подъезға ырғытҡан әйберҙәрен йыйып, өйөнә алып ҡайтыуын һорай. Ҡатын үҙенең әйберҙәрен йыйып, әсәһенең фатирына алып ингән. Һуңынан ҡатын балаһын алырға ҡайтҡан. Ғәйепләнеүсе үҙенең тәртибе өсөн ғәфү үтенгән. Бер нисә көндән баланың атаһы хәләл ефетенән уны ҡунырға алырға рөхсәт һораған, ләкин әсә баш тартҡан. Шулай ҙа ул баланы үҙенә алып ҡайта алған. Байтаҡ өгөтләнгәндән һуң ғына ир балаһын әсәһенә кире бирә.
“Был осраҡ буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлеге Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны һәм улын үлтереү ниәте булмауын, ҡатынын ҡурҡытырға ғына теләүен аңлатты. Эш материалдары судҡа ебәрелгән. Ғәйепләнеүсенең яҙмышы яҡын арала хәл ителәсәк”, - тип был хәлгә аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.
Фото: "Моя Уфа".