Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 21:15

Шайморатовсылар ярҙамға килгән

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ошондай мәлдәрҙә ярҙам итеү мөһим.

Шайморатовсылар ярҙамға килгән
Шайморатовсылар ярҙамға килгән

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Ҡариҙел районындағы бүлексәһенең М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына әле хәрби хеҙмәттә булған яугирҙең ҡатыны мөрәжәғәт иткән.

Ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға саҡырылыуына бәйле, уларҙың шәхси йортонда ҡайһы бер көнкүреш мәсьәләләре хәл ителмәй ҡалған. Ә ауыл ерендә бындай проблемалар һәр ваҡыт килеп сығып тора. Атап әйткәндә, ғаилә быйыл йортҡа күтәрмә эшләргә уйлаған, әммә ғәмәлгә ашырып өлгөрмәгәндәр.

Яугирҙең ҡатыны Динараның үтенесе иғтибарҙан ситтә ҡалмаған – ирекмәндәр буласаҡ күтәрмә өсөн тимер бағаналар урынлаштыра. Шулай уҡ улар розетканы икенсе урынға күсереп ҡуя, ғаилә автомобиленең йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштыра.

Шул уҡ көндә Ҡариҙел районы буйынса Ғаилә хеҙмәте психологтары ла ғаиләгә ярҙам күрһәткән. Тап килгән һүҙҙәрҙе һайлап, уларҙың тормошондағы ошо ауыр осорҙо үткәрергә ярҙам итеү бик мөһим. Яугирҙең ғаиләһе бындай иғтибарҙан ҡәнәғәт ҡалған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.

Штаб махсус хәрби операцияла доброволец һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәүге сиратта кәрәкле әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итәсәк.

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: