Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 18:30

Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?

Был һорауға Ямаҙыташ мәмерйәһен өйрәнеүсе ғалимдар яуап табырға тырыша.

Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, башҡорт ғалимдарының тәжрибәһе Ямаҙыташ мәмерйәһен һаҡлау өсөн ҡулланыла.

Силәбенең Ямаҙыташ мәмерйәһен өйрәнеүгә (тәбиғәт ҡомартҡыһының тарихи атамаһы, туристик атамаларҙа Игнатьев мәмерйәһе тип билдәле) йәлеп ителгән Башҡортостан белгестәренең мөмкинлектәрен силәбеләр яҡшы белә. Күршеләр Шүлгәнташ мәмерйәһендә алып барылған ғилми тикшеренеүҙәрҙе, граффитиҙан таҙартыу, мониторинглау системаһын булдырыу кеүек эштәрҙе ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп тә күҙәтеп барҙы.

Киләсәктә Ямаҙыташта ла ошондай уҡ эштәр планлаштырыла. Әле “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы белгестәре Николай Григорьев менән Раян Әхмәтйәнов мәмерйәне һәм ундағы палеолит осоро һүрәттәрен һанлы технологиялар ярҙамында документлаштырыу эшен башланы. Тәбиғәт ҡурсаулығынан Ольга Червяцова иһә минералогия буйынса анализ үткәреү өсөн өлгөләр туплай.

Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Ямаҙыташ, Шүлгәнташ кеүек үк, ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле. Әммә Башҡортостандағы мәмерйәнән айырмалы, ул туристарҙан ныҡ зыян күргән. Ямаҙыташ төрлө яҙыу менән тулған, хатта боронғо һүрәттәр өҫтөнә лә төрлө буяу менән, хатта урыны менән сыйып һүрәт төшөрөлгән. Уларҙы ҡотҡарып булырмы-юҡмы, был һорауға комплекслы тикшереүҙән һуң ғалимдар яуап бирәсәк.

Әлегә Башҡортостан белгестәре алдында хеҙмәттәштәренә мәмерйәнең торошон баһаларға һәм артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн нигеҙ буласаҡ материал йыйырға ярҙам итеү бурысы тора.

Фотолар Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенән алынды.

Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен һаҡлап булырмы?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: