Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 15:23

Телдәр белеү – милләтеңде донъяға танытыу

Викимедиасылар тренингы үтте.

Донъяның 10 иленән һәм автономиялы төбәктәренән төрки телдәрҙә һөйләшкән ирекмәндәр  Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Викимәғлүмәттәр буйынса тренингта ҡатнашты. Унда “Киске Өфө” гәзите журналисы Зәйтүнә Әйле, Башҡорт википедияһы хакимы Зөфәр Сәлихов, хаҡлы ялдағы ирекмәндәр, вики-өләсәйҙәр – Өфөнән Миңһылыу Абдуллина һәм Бөрйән райо­нынан Луиза Юлдашева Башҡортостандан вәкил булып барҙы.

Юғары уҡыу йортоноң Үҙәк кампусында Айхар Соңғар исемендәге конференц-залда үткән сарала Үскүдар университеты ректоры, психиатр, профессор Невзат Тархан яңы асыштар өсөн ирекле фекер йөрөтөү мөмкин булған мөхит тыуҙырыу кәрәклеген билдәләне. “Әгәр беҙ төрки телле  фән субъекты булырға теләһәк, ғилми азатлыҡты билдәле бер кимәлдә үҫтерергә тейешбеҙ... Университеттарҙың дүрт функцияны үтәүе зарур. Беренсеһе – һөнәр менән тәьмин итеү, икенсеһе – тикшеренеүҙәр һәм асыштар менән шөғөлләнеү, өсөнсөһө – йәмғиәткә мәғлүмәт еткереү һәм дүртенсеһе – мәғлүмәттең продуктҡа үҙгәреүен, йәғни коммерциялаштырылыуын гарантиялау. Википедия  хәҡиҡәткә иң яҡын мәғлүмәт алыу һәм фәнни эште йәмәғәт файҙаһында башҡарыу өсөн сығанаҡтар менән уртаҡлаша”, – тип белдерҙе ул. 

Тренингтың төп маҡсаты булып ирекмәндәрҙең белемен һәм оҫталығын үҫтереүгә ярҙам итеү, Викимәғлүмәттәрҙе һөҙөмтәлерәк файҙаланыу буйынса хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм нығытыу торҙо. 

Зөфәр Сәлихов үҙенең  сығышында Башҡорт википедияһының үҫеш этаптары менән таныштырҙы, Зәйтүнә Әйле иһә универсаль карточканың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында күҙәтеүҙәрен  уртаҡлашты.

Сара программаһы тығыҙ итеп төҙөлһә лә, ҡала буйлап экскурсия ла ҡаралғайны. Ҡатнашыусылар араһында вики-өләсәйҙәргә иғтибар һәм ихтирам ҙур булды: Таксим урамына (Истанбул арбаты) башҡа вәкилдәр йәмәғәт транспортында барһа, беҙҙе  азербайжан, инглиз, төрөк, рус телдәрендә иркен һөйләшкән 28 йәшлек азербайжан ҡыҙы Нурай оҙатып йөрөнө. “Күркәм быуат” (“Великолепный век”) фильмы төшөрөлгән күперҙән үтеү бигерәк ҡыҙыҡлы булды. Шулай уҡ Босфор боғаҙы буйлап карапта йөрөү ҙә матур хәтирә булып хәтерҙә һаҡланыр.

Вики-ирекмәндәр араһында иң ололары вики-өләсәйҙәр ине. Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжандан килгән йәш википедистарҙың төрөк, инглиз телдәрендә иркен һөйләшеүе һоҡланыу хисе тыуҙырҙы. Төрки телле вәкилдәр йыйылғанлыҡтан, тел уртаҡлығы шул тиклем күп булды, хатта ҡайһы бер һүҙҙәр бер төрлө яңғыраны.

Үскүдар университетында һанлы технологиялар һәм программа тәьминәте бүлеге етәксеһе, Викимедианың төрөк телен ҡулланыусылар төркөмөн ойоштороусы Хакан Оздемир  уҡыу йортона  һәм ойошма командаһына конференцияны үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе. “Төрки телле илдәрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү сарабыҙҙың маҡсаты булып тора.  2019 йылда Швецияла үткән осрашыуҙа ошондай бурыс  ҡуйғайныҡ. Хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтерергә өмөтләнәбеҙ”, – тине ул.

  Википедист булыуҙың  ыңғай яғының береһе – сит илдәргә бушлай сәйәхәт итергә мөмкин. Мөмкинлектән файҙаланып, сит телдәр белгән йәштәрҙе Башҡорт википедияһы ирекмәндәре сафына саҡырыр инем. Телдәр белеү – заман талабы ғына түгел, үҙ милләтеңдең әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын донъя кимәленә сығарыу мөмкинлеге лә ул.

Луиза ЮЛДАШЕВА

Читайте нас: