

Ғафури районының Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Имәндәш, Тайыш, Ташаҫты ауылдарынан балалар уҡый. Белем усағына “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста әүҙем ҡатнашҡан Әлфинә Мәхмүтова етәкселек итә. Имәндәш ауылы килене, өс бала әсәһе Әлфинә Фәрит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетын тамамлаған. 2016 йылда ул “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы финалына сыҡҡан, Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булған.
Мәктәптең китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Быйыл тап ошо музей “Мәктәп музейы: хазиналар һәм серҙәр утрауы” исемле проект менән Рәсәй Президенты гранты конкурсында еңеп сыҡты. Был, әлбиттә, Әлфинә Фәрит ҡыҙының хеҙмәт емештәренең береһе. Тап уның бөтмөрлөгө, тырышлығы, сәмселлеге һәм маҡсатлылығы һөҙөмтәһендә белем усағы алға бара.
Әйткәндәй, Имәндәш мәктәбе – Ғафури районында һыйыр малы аҫраған берҙән-бер мәктәп. Бында ике һыйырҙың һөтөн һауып тапшыралар, көҙ башмаҡтарын һатып, мәктәп кәрәк-ярағына аҡса эшләйҙәр. Шулай итеп, барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышалар. Был да оҫта етәксенең хәстәрлеге һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә хатта аш ҡайнатыр!
Әлфинә Мәхмүтова – күп балалы әсәй ҙә. Ире Ришат менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Өлкәндәре Эльгиза Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы-интернатында Х класта белем ала. Улдары Данатҡа – биш, ҡыҙҙары Йондоҙға өс йәш. Улар апаларының мәктәптән ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Башта Мәхмүтовтар ғаиләһе Благовещен ҡалаһында йәшәгән. Унда Әлфинә Фәрит ҡыҙы – инглиз теле уҡытыусыһы, мәғариф бүлегендә методист, ире Ришат “Лукойл” ойошмаһында өлкән оператор булып эшләгән. Әле ғаилә башлығы - “Башнефть” ойошмаһы заправкаһы хеҙмәткәре.
Уңған ғаилә яңы йорт төҙөүҙе тамамлап бара, бынан тыш, киләсәккә яңы пландар ҡора. Уларҙың барлыҡ уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйек. Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә Ғафури районынан ҡатнашҡан Әлфинә Фәрит ҡыҙы Мәхмүтова өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ, етеп килгән байрам алдынан йылы уй-теләктәребеҙ яҙылған комментарийҙарыбыҙҙы йәлләмәйек.
Фотолар Әлфинә Мәхмүтованың шәхси архивынан.