Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 17:45

Һөйөнсө, яңы китап!

“Художестволы публицистика” тигән антологияның исем туйы үтте

Һөйөнсө, яңы китап!
Һөйөнсө, яңы китап!

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Художестволы публицистика” тигән антологияның исем туйы үтте. Китап Рәсәй халыҡтарының хәҙерге әҙәбиәте серияһында баҫылған. Антология үҙенең эсенә 134 авторҙың публицистик әҫәренең рус теленә тәржемәһен алған.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли һүҙ сәнғәтен Рәсәй кимәлендә танытыу – һәр йәһәттән дә әһәмиәтле.

– Йыл һайын Мәскәүҙә ошондай китаптарҙың исем туйы ойошторола, – тине Зәки Әлибаев. – Ошо китапты төҙөгәндә, мәҫәлән, ғалим Рәшит Шәкүр һәм яҙыусы, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина бер үк теманы – ҡурайыбыҙҙы тәҡдим иткән.  

Күренекле журналист, фән докторы Фәнил Күзбәков әйтеүенсә, илебеҙ кимәлендә быға хәтлем дә прозаға, поэзияға бәйле китаптар нәшер ителгән, әле публицистикаға арналғанын ҡулға алыу ныҡ ҡыуаныслы. Һаны буйынса был – бишенсеһе. Бөгөн иһә публицистика тураһында баҫылыуы – осраҡлы түгел. Фәнил Күзбәков ентекле һәм проблеманы асҡан Рәүеф Насиров, Ризван Хажиев, Сәлимйән Бәҙретдинов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ғәзим Шафиҡов кеүек публицистарҙы атаны.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина билдәләүенсә, йәштәр журналистикаға килмәй, тигән һүҙҙәр йыш ишетелә. Бар ул йәштәр араһында яҙышҡан ҡыҙ һәм егеттәр. Иң мөһиме, хаталаныуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Ә публицистикаға үҙен арнағандар үҙенең күңеленә һыймағанды әйтергә, йәмәғәтселеккә еткерергә тейеш.

Публицист, радиожурналист Рәсүл Сәғитов һөйләүенсә, ул мәҡәләләр әҙерләгәндә нәфислеккә ынтылған.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: