Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында етеп килгән Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы сара ойошторолдо, тип хәбәр иткәйнек. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдарын тапшырҙы, барлығы алты ғаилә ошондай дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Улар араһында Әбйәлил районынан Айгөл Шакирова бар ине. Ул – Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәш прапорщик ауыр, күп сәғәтлек алыш алып барған, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хәрби иптәштәрен ҡотҡарған. Ошо ҡаһарманлығы менән исемен мәңгелеккә тарихҡа яҙҙы.
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән Өфөнән Алина менән Владимир Серафимовтар ҙа тәбрикләнде. Улар – хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Максим Серафимовтың ата-әсәһе. Өфөнөң 40-сы мәктәбенең 2013 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, ғәжәйеп кеше, офицер, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ.
“Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған Рида Хәкимова – Саҡмағош районының Рапат ауылынан. Ул, үҙенең улдарынан тыш, фажиғәле ғүмере өҙөлгән һеңлеһенең дә ике балаһын аяҡҡа баҫтырған. Уларҙың береһе – танылған блогер, бейек тауҙарҙы яулаған Рөстәм Нәбиев.
Дәүләт наградаһына Людмила менән Андрей Василевскийҙар ҙа лайыҡ булды. Улар – исеме тотош донъяға таныш хоккейсы Андрей Василевскийҙың ата-әсәһе. Башҡорт хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский, Рәсәй ҡапҡасылары араһында иң беренсе булып, “Конн Смайт Трофи” призын яуланы. Ә ул Милли хоккей лигаһы плей-оффының иң баһалы уйынсыһына бирелә.
Шулай уҡ дәүләт наградаһына Яңауыл районынан Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың ата-әсәһе Роза менән Леонид Нәсибуллиндар, Краснокама районынан Гөлсириә Дербенева менән Аис Маликовтар ғаиләһе лайыҡ булды. Улар биш баланы уллыҡҡа һәм 28 баланы тәрбиәгә алған.
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы барлыҡҡа килгәндән алып был дәүләт наградаһы 38 ғаиләгә тапшырылған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.