Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 19:00

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды

Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө уңайынан бөгөн Өфөлә республиканың ҡала-райондарынан өлгөлө әсәйҙәргә байрам үткәрелде.

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды

27 ноябрҙә матур байрам – Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сара ойошторолдо. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан әсәйҙәр килгәйне.

"Әсәйҙәр – хәстәрлек, һөйөү билгеһе, балаларын, ғаиләһен барлыҡ көсө менән һаҡларға, яҡларға тырыша, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, фиҙакәр хеҙмәткә фатиха бирә, – тине ҡотлау һүҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙҙең әсәйҙәребеҙ һәр йәһәттән алдынғы, талантлы. Улар балалар тәрбиәләй, төрлө һөнәр оҫталары булып таныла. Һеҙҙең арағыҙҙа икмәк бешереүселәр, табиптар, һатыусылар, бер нисә быуын хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар.

Республикабыҙҙа бер-береңә ярҙам итеү көслө. Халҡыбыҙ ысын хеҙмәт ҡаһарманлығын күрһәтә. Әсәйҙәр һәм ҡатындар посылкалар ебәрә, ирекмәнлек цехтарын аса, хатта өләсәйҙәр ҙә ситтә тороп ҡалмай: бейәләй бәйләйҙәр".

Республика Башлығы Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаиләнең яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителеүе, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаиләнең йәшәүе хаҡында әйтте. Ошондай ғаиләләрҙә 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Ҡайһы берҙәрендә хатта 11, 12, 13 ҡыҙ һәм ул үҫә. Әйткәндәй, Балтас районынан 13 бала тәрбиәләгән Альбина Хәйҙәршина һәм Дәүләкән районынан ун бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаева “Герой-әсә” орденына тәҡдим ителгән.

- Ныҡлы, татыу ғаилә - ул берҙәм хеҙмәт. Бөгөн беҙҙең арала геройҙар, чемпиондар, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ата-әсәләр бар, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Бөгөн “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды. Белеүебеҙсә, был наградаға республикаға дан килтергән, батырлыҡ күрһәткән йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен, хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад, спорт йәиһә башҡа әһәмиәтле эшмәкәрлектә үҙенсәлекле ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр, өс һәм унан күберәк инвалид балаларҙы уллыҡҡа алған ата-әсәләр лайыҡ була. Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡулынан ошондай миҙалды беренселәрҙән булып Яңауыл районынан Роза менән Леонид Нәсибуллиндар алды. Уларҙың улдары – Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин махсус хәрби операцияла һәләк булғайны. Ул хәрби ғаиләһендә тыуған, Иҫке Вәрәш мәктәбендә уҡыған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в