Бөгөн Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында - «Башҡортостан Республикаһы көнө». Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
"Башҡортостан - һоҡланғыс тәбиғәте, данлы тарихы, сағыу, күп төрлө мәҙәниәте һәм ҡеүәтле иҡтисады булған уникаль төбәк. Республикала барған ҙур ваҡиғалар хаҡында үҙәк каналдарҙағы репортаждарҙа һөйләйҙәр. Башҡортостан туристик, мәҙәни, ваҡиғалар киңлегендә күберәк танылыу яулай бара.
23 ноябрҙә Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында - «Башҡортостан Республикаһы көнө». Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап ОТР телеканалы республикабыҙ - уның иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында һөйләйәсәк. Һәм, әлбиттә, иҫ киткес халҡыбыҙ тураһында. Эфирҙа роликтар һәм документаль фильмдар, интервьюлар һәм яңылыҡтар күрһәтелә. Бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ булмаҡсы", - тигән ул.
Ошонда ҡарарға була: https://otr-online.ru/online/
Фото: vsegda-pomnim.com/priroda
Видео сығанағы: https://vk.com/radiyhabirov?z=video413272232_456239948%2F26d69aee69fdd078d4%2Fpl_wall_413272232