Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 18:00

Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына...

Булат Пирғәлин: “Чиновниктар уны кәштәгә һалып ҡуйҙы, социаль реализм ҡанундарына тап килмәй тип билдәләне. Шулай ҙа, беҙ фильм Эйзенштейн картиналары менән бер рәткә баҫа алыр ине, тигән  фекерҙәбеҙ”

Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына...
Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына...

Учалының уңған уҙаманы Булат Пирғәлин шәхси сәхифәһендә сираттағы ижад емеше менән шатландырған. Дөрөҫөрәге, ижади архивындағы шәп видео менән бүлешкән. Был күберәк совет осорон һағынынғандарға тәғәйенләнгәндер, моғайын...Шулай ҙа шаярыу ҡатыш төшөрөлгән яҙмала бөгөн дә көнүҙәк булған социаль мәсьәләләр күтәрелә – шулаймы, дуҫтар?

Йор телле Булат Пирғәлиндың иһә түбәндәгеләрҙе белдергән: “Бик күптән, совет власы хөкөм иткән осорҙа, беҙ клубта "балыҡ" кесаҙнаһының "таҙа" кесаҙнаға әүерелеүе хаҡында мини-фильм төшөргәйнек. Ләкин Госкино чиновниктары уны кәштәгә һалып ҡуйҙы, социаль реализм ҡанундарына тап килмәй тип билдәләне. Шулай ҙа, беҙ фильм Эйзенштейн картиналары менән бер рәткә баҫа алыр ине, тигән  фекерҙәбеҙ. Һәм бына, бәхетле осраҡ арҡаһында ғына  фильмдың иҫән ҡалған күсермәһе Дәүләт телерадиокомпанияһы архивтарында табылды. Кесе йома алдынан уртаҡлашырға ашығабыҙ!”, - ти ул.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Булат Пирғәлин видеоһынан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: