Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 15:40

Был көрәш берлектәге эшмәкәрлек булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин  Бөтә Рәсәй форумында алған тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты.

Был көрәш берлектәге эшмәкәрлек булырға тейеш
Был көрәш берлектәге эшмәкәрлек булырға тейеш

 Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин Өфөлә үткәрелгән коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса икенсе Бөтә Рәсәй форумында алған тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты:

“Волга буйы федераль округының финанс-иҡтисад органдарының коррупцияға ҡаршы Икенсе Бөтә Рәсәй форумында нисек коррупцияға ҡаршы сараларҙың йоғотололоғон күтәреүҙе, йәмғиәттә нисек итеп был кире күренеште ҡабул итмәү булдырыуҙы һәм йәштәрҙә хоҡуҡи фекерләү тәрбиәләүҙе тикшерҙек. Шуныһы мөһим: ул дәүләт власы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, йәмәғәт ойощмаларының һәм, тәбиғи, граждандарҙың үҙҙәренең дә бөтә йүнәлештәр буйынса күп планлы берлектәге эшмәкәрлеге булырға тейеш. Форумдағы конкурста ҡатнашыусылар коррупция күренештәрен булдырмау буйынса эштәрен күрһәтте. Хәҙерге йәштәрҙең әхлаҡи ҡиммәттәрҙе аңлауы һәм ҡабул итеүе һөйөндөрә”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: