Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 15:00

Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хеҙмәттәштәре менән бергә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм әле атайҙары махсус операцияла ҡатнашҡан балаларға гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторған.

Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы
Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы.

– Бөгөн матбуғат баҫмалары ауыр осор кисерә. Айырыуса милли баҫмалар. Уларҙы яҙмыш ҡосағына ташлау — аяныслы, сөнки туған тел, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат – үҙ-ара тығыҙ бәйле төшөнсәләр, уларҙың береһе генә бөтһә лә, ҡалғандары күҙ алдында ҡаҡшаясаҡ. Ошо көндәрҙә хеҙмәттәштәрем менән бергә мәрхәмәтлелек акцияһы иғлан итеп, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм әле аталары махсус операцияла ҡатнашҡан балаларға гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторҙоҡ. Башҡорт балаларына «Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә” кеүек баҫмалар яҙылһа, рус телендә башлыса «Непоседа” журналына өҫтөнлөк бирелде. Йыл башынан ҡырҡтан ашыу бала ошо гәзит –журналдарҙы алып ҡыуанасаҡ. Ошо изге башланғысҡа үҙ өлөшөн индергән хеҙмәттәштәремә, айырыуса тулы состав менән ҡатнашҡан финанс идаралығына рәхмәтемде белдерәм.
Был изге башланғысты һеҙ ҙә дауам итә алаһығыҙ, дуҫтар! Кемегеҙ беренсе!? – тине ул Бәйләнештә сайтындағы сәхифәһендә.

Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы
Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы
Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы
Рөстәм Шәрипов мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылырға саҡырҙы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: