Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 21:00

Хакимиәт башлығы тәнҡитләне

Объекттарҙың декоратив таштарын һыуға ырғытҡандар, кейем алыштырыу бүлмәһен бәҙрәфкә әйләндергәндәр, туҡталыш конструкцияһының быялаларын ватҡандар...

Хакимиәт башлығы тәнҡитләне
Хакимиәт башлығы тәнҡитләне

Стәрлетамаҡта вандалдар үҙ "оҫталығын" күрһәткән. Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы объекттарҙың декоратив таштарҙы һыуға ырғытҡан, кейем алыштырыу бүлмәһен бәҙрәфкә әйләндергән һәм "Машзавод" туҡталышы конструкцияһының быялалары ватҡан. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов яҙҙы.

“Ашҡаҙар буйында бер нисә йыл барған проект буйынса быйылғы эштәр тамамланып, инде ҡала халҡына матур ял зонаһына һоҡланырға ҡалды тип уйлап та бөтмәнек, вандалдар объекттарҙы вата ла башланы”, - тигән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм Фәрит улы.

Артабан етәксе бындай ҡылыҡты тәнҡитләп, ҡала матурлығын боҙмаҫҡа саҡыра.

“Ошо ял итеү урындарында ғаилә, дуҫтар менән бергәләр ял итеп, йәйәү йөрөр урынға, ҡала халҡы ошондай емеректәрҙе күрергә мәжбүр”, – ти ул.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында былтыр Стәрле йылғаһы буйының бер өлөшө төҙөкләндерелһә, быйыл йылға ярының артабанғы өлөшө матурланды. Ошо уҡ проект сиктәрендә 2019-2020 йылдарҙа ла нәҡ әлеге йылға буйы эшләнде. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, был бер нисә йылға бүленеп төҙөкләндерелгән концепция, коплекслы эш. Ҡалала объекттар күп булһа ла, стәрлетамаҡтар нәҡ ошо эште аҙағына тиклем алып барып еткереү өсөн тауыш бирҙе. Төҙөкләндереү тигәндән, һүҙ бында матурлауға ғына ҡайтып ҡалмай, проект сиктәрендә йылға эсе тәрәнәйтелә, таҙартыла, тимәк, әлеге программа ҡалала экологик торошто яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.

Төҙөкләндереү сиктәрендә йәйәүлеләр зонаһы, юл яңыртылды, алыштырылды, плитка түшәлде, архитектура һындары, йылғаға ҡарап һоҡланыу өсөн ҡарау урыны (смотровая), видеокүҙәтеү, WiFi ҡоролмалары, мәғлүмәт стендтары, велотуҡталҡа һәм башҡа объекттар урынлаштырылды. Быйыл иһә спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙандарға иғтибар бүленәсәк, ошо йәһәттән волейбол-баскетбол майҙандары, теннис өҫтәле һәм башҡа ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ. Иң мөһиме - бында йәшенә, шөғөлөнә ҡарамай, һәр кем үҙе өсөн ҡулайлы, оҡшаған ял урыны табасаҡ. Эштәр 2023 йылға ла планлаштырылған.

Ғөмүмән, федераль проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Уның ярҙамында йәмәғәт биләмәләре, парктар, яр буйы төҙөкләндерелә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы проекттар тормошҡа ашырыла. Иң мөһиме - әлегеләй күренештәр аша уны боҙамайынса, ҡәҙерләп һаҡлап ҡулланһын ине урындағы халыҡ.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Хакимиәт башлығы тәнҡитләне
Хакимиәт башлығы тәнҡитләне
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: