Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 15:27

Коррупцияға ҡаршы көрәштең көнүҙәк мәсьәләре тикшерелде

  Өфөләге “Торатау” конгресс-холында корупцияға ҡаршы  көрәш буйынса икенсе Бөтә Рәсәй форумы үткәрелде.  

Коррупцияға ҡаршы көрәштең көнүҙәк мәсьәләре тикшерелде
Коррупцияға ҡаршы көрәштең көнүҙәк мәсьәләре тикшерелде

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында корупцияға ҡаршы  көрәш буйынса икенсе Бөтә Рәсәй форумы үткәрелде.  

Был сара коррупцияға ҡаршы көрәштең  Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған  2021 – 2024 йылдарға милли планында ҡаралған.

– Коррупцияға ҡаршы көрәш дәүләттең төп бурыстарының береһе булып тора,  – тине тәбрикләү һүҙендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, ул форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың уңышлы эш теләүен еткерҙе.  

– Беҙҙең төп бурыс – уңыштарҙы күрһәтеү генә түгел, ә артабанғы эш механизмын камиллаштырыу тураһында фекер алышыу ҙа, – тине Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик. Ул коррупция күренешен “дәүләттең тимер бағанаһын емереүсе тут” тип атаны.

 Коррупцияға ҡаршы көрәштең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында Башҡортостан буйынса шулай уҡ Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Светлана Марварова сығыш яһанылар.

Форумдың тәүге өлөшөндә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса плакаттар, буклеттар, видеоматериалдар конкурсының финалы үткәрелде. Был конкурстарҙың маҡсаты – коррупция күренештәренә ҡарата түҙеп торғоһоҙлоҡ, әүҙем тормош позицияһы, гражданлыҡ яуаплылығы тәрбиәләү. Конкурстың суперфиналы 2023 йылдың майында “Сириус” федераль биләмәһендә уҙғарыласаҡ.

Сараның икенсе этабында “Коррупцияға ҡаршы тороу: яңы талаптар һәм үҫеш стратегияһы” тигән конференция үткәрелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: