Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 08:30

Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы

Төркөмөбөҙҙә барған конкурста ҡатнашҡан сираттағы әсәй менән таныштырабыҙ.

Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Зөһрә Аҡдәүләтова – сығышы менән Ырымбур өлкәһенән. Әле ул тормош иптәше Сәғит менән Нуриман районының Павловка ҡасабаһында йәшәй. Ғаилә ҡороуҙарына ярты быуатҡа яҡын инде. Ҡыҙҙары Зөлфирә, Венера һәм улдары Азат уңған, теремек, тиктормаҫ, тәүәккәл һәм тырыш, хас ата-әсәһе кеүек. Мәҙәниәтебеҙгә лә, әҙәбиәтебеҙгә лә шулай уҡ ғашиҡтар. Улар яратҡан һөнәре буйынса эшләй, тормошта үҙ урынын тапҡан.

Зөһрә Әбделғәлим ҡыҙы – хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы, әммә уның өсөн ҡул ҡаушырып ултырыу хас күренеш түгел. Берҙән-бер ейәнсәре һәм ете ейәне менән һәр осрашыуҙы көтөп ала ул. Ә үҙенең аш-һыуға оҫталығына, бөтмөрлөгөнә, уңғанлығына иҫең китер!

Нуриман районының ветерандар советы һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы ҡатнашлығында “Ағинәйҙәр” клубы үҙ эшен әүҙем алып бара. Зөһрә Аҡдәүләтова иһә Павловка ҡасабаһындағы “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе. Был ғына ла түгел, Зөһрә Әбделғәлим ҡыҙы сигеү, бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен алып бара.

Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Зөһрә Аҡдәүләтова хәҙер ҙә халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау, уларҙы киләсәк быуынға тапшырыу кеүек уй-ниәт менән янып йәшәй. Бынан тыш, йәштәрҙә Тыуған илгә, ергә, унда йәшәгән халыҡҡа, туған телгә, тарих һәм мәҙәниәткә ҡарата һөйөү уятырға ынтыла. “Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм Тыуған ил үҙе - юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле тѳшѳнсәләр. Ә быларҙың барыһына ла һөйөү ғаиләлә башлана”, - ти Зөһрә Әбделғәлим ҡыҙы.

Зөһрә Аҡдәүләтова өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктар ҡуяйыҡ һәм етеп килгән матур байрам айҡанлы изге теләктәребеҙҙе яҙайыҡ.

Фотолар Зөһрә Аҡдәүләтованың шәхси архивынан.

Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Сал Ырымбур далаларының йырлы, нурлы ҡыҙы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: