Бөгөн Ишембайҙа махсус хәрби операция үткәреү биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойы Юлай Шәрәфетдинов һәм Артур Зәйнетдинов менән бәхилләштеләр. Матәмдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.
– Хөрмәтле Раушания Рил ҡыҙы, туғандары һәм яҡындары, хөрмәтле яҡташтар. Егеттәребеҙҙе ерләгән көндәр бик ауыр. Юлай Тыуған илен яҡлағанда һәләк булды, бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа уның һәм һуңғы юлға оҙатылған егеттәрҙең алдында баш эйәбеҙ, уларға хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең геройыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, әлбиттә. Район хакимиәтенән уның хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар ҡабул итеүҙәрен һорайым. Тыныс йоҡла, Юлай. Тыуған илебеҙ өсөн һәләк булғандарға мәңгелек хәтер”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы яугирҙең әсәһенә Юлай Шәрәфетдинов ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та яугирҙең әсәһе, туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Бөгөн тотош район, республика халҡы беҙҙең менән бергә ҡайғыра. Хөрмәтле Раушания Рил ҡыҙы, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән бергә улығыҙҙы аҙаҡҡаса үҙ бурысына тоғро ысын ир һәм яугир итеп тәрбиәләгәнһегеҙ. Ул мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ, – тине муниципалитет башлығы.
Республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы, полковник Рим Мусин, Юлай хәрби бурысҡа һәм намыҫҡа тоғро булды, уның тураһында хәтер мәңге һаҡланасаҡ, тип билдәләне. Кинйәбулат урта мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин Юлайҙың мәктәп йылдары тураһында һөйләне, уның тыныс уҡыусы, яҡшы иптәш булыуы тураһында һөйләне.
Юлай Шамил улы Шәрәфетдинов 1988 йылдың 14 декабрендә Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуған. 2009 йылда Стәрлетамаҡтың 60-сы һөнәри лицейын тамамлай. 2009-2010 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы көстәрендә сроклы хәрби хеҙмәт үтә. Юлайҙың ата-әсәһе тағы ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
Юлайҙы барыһы ла дәртле һәм әүҙем кеше, ышаныслы дуҫ, хәстәрлекле ағай булып хәтерендә ҡалдырасаҡ. Ул күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, унда яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ, хужалыҡсыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәт юғары баһаланған.
Ишембай бөгөн тағы бер егетте Артур Зәйнетдиновты оҙатты.
– Хөрмәтле Марсель Фәтих улы һәм Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы, хөрмәтле Анна Олеговна, туғандары һәм яҡындары, яҡташтары. Бөгөн бик ауыр күңел менән йыйылып, егеттәребеҙҙе оҙатабыҙ. Артур Ватанды һаҡлаусы, алғы һыҙыҡта һәләк булған яугир булған. Улығыҙ һәм ирегеҙ тураһында онотмаҫбыҙ. Беҙ уның хәтерен мәңгеләштерәсәкбеҙ, район хакимиәтенән быны тиҙ арала эшләүҙәрен һорайым. Артур йөҙөндә беҙҙе яҡлап һәләк булған һәм әле алғы һыҙыҡта ҡорал тотоп һуғышҡан егеттәргә баш эйәбеҙ. Хөрмәтле Анна Олеговна, һеҙ ике улығыҙ, Данил һәм Матвейҙы тәрбиәләйһегеҙ, бөтә республика һеҙгә ярҙам итәсәк, бергәләп уларҙы күтәрәсәк, тип ышандырырға теләйем. Уларҙы ҡосаҡлағыҙ һәм үбегеҙ, аталары иҫ киткес һәйбәт ине. Тыныс йоҡла, Артур, һин үҙеңдең хәрби бурысыңды намыҫ менән үтәнең. Ауыр тупрағың еңел булһын, – тине Радий Хәбиров..
Башҡортостан Башлығы яугирҙең ата-әсәһенә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Геройҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һәм республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Рим Мусин уртаҡлашты.
Зәйнетдинов Артур Марсель улы 1996 йылдың 24 авгусында Ишембайҙа тыуған. Стәрлетамаҡ технология колледжын уңышлы тамамлай. Сроклы хеҙмәтте лайыҡлы үтәгән. Армиянан һуң “Башкирэнерго”ла электромонтер булып эшләй.
Артурҙы барыһы ла дәртле, күңелсәк, ярҙамсыл егет, ышаныслы иптәш һәм изге дуҫ булып хәтерләй. Ул тырыш уҡыусы булған. Йәмәғәт һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Артур Зәйнетдинов яҡындары өсөн яратҡан ул, ир һәм ағай булған һәм яу яланында ысын герой булараҡ һәләк булған.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".