Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәрбиҙәргә оҙатылған гуманитар конвой ураһында яҙма менән уртаҡлашты.
- “Шайморатовсылар”ға һәм “Доставаловсылар”ға өсөнсө гуманитар конвойҙы оҙаттыҡ. Был бик мөһим һәм кәрәкле йөк. Уны беҙ хәрбиҙәрҙең теләктәренән сығып йыйҙыҡ. Тәү сиратта ир-егеттәребеҙгә ҡыш кәрәкле нәмәләр тупланды – миҙгелгә тура килгән кейемдәр, коптерҙар, коллиматор прицелдары, төндә күреү приборҙары.
Техника алып барҙыҡ, уның менән республикабыҙ ойошмалары, предприятиелары ярҙам итте. Алғы һыҙыҡта һөҙөмтәле эшләһен өсөн экскаватор, УАЗ автомобилдәре - “Буханка” һәм “Фермер” бар. “Шайморатовсылар”ға бронле “Урал”ды тапшырҙыҡ. Хәҙер егеттәрҙең һүҙен көтәбеҙ - уларҙың теләктәре ошондай икенсе машина әҙерләгәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Йөк составында өйҙән ебәрелгән солоҡ балы, ҡаҡ, ҡорот, гармун, ҡурай ҙа урын алды, сөнки беҙҙең хәрбиҙәр араһында һәләтлеләр бик күп. Һәм, әлбиттә, күптәр өсөн көтөп алынғаны – туғандарҙан һәм яҡындарҙан хаттар.
Беҙҙең доброволецтарға һәм мобилизацияланғандарға ярҙам иткән предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, республиканың ябай халҡына рәхмәт. Алғы һыҙыҡта барғандарға был бөгөн бик мөһим, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.