Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында 23 ноябрҙә "Башҡортостан Республикаһы көнө" үтте. Күп сәғәтлек тапшырыуҙар бөтә Рәсәй һәм сит илдәр тамашасылары иғтибарын йәлеп итте.
Федераль телеканалдың ни өсөн беҙҙең республиканы күрһәтергә булғаны, уның аудиторияһы быны нисек ҡабул иткәне, ошондай контентҡа ни тиклем ихтыяж барлығы тураһында "Башинформ"ға Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Фәрит Әләүетдинов һөйләгән.
Уның әйтеүенсә, "Төбәктәр көнө" проекты 2021 йылда башланған. Идеяһы — илебеҙ, уның халыҡтары, иҫтәлекле урындары, ҡаҙаныштар тураһында һөйләү.
"Беҙ донъяның төрлө илдәренең тарихын яҡшы өйрәнәбеҙ, әммә үҙебеҙҙекен етерлек белмәйбеҙ. Яңылыҡтар сығарылыштарында кире мәғлүмәттәр күп. Таҫманы анализлаһаҡ, яҡшынан насарҙы күберәк күрһәтәбеҙ икән. Был проектты уйлап тапҡас, төбәктәргә бер ҡасан да тотош бер көндө бағышламағанын аңланыҡ. Шуға айына бер көндә билдәле бер төбәкте күрһәтергә булдыҡ. Уның мәҙәниәте, ҡаҙаныштары, туристик урындары, иҡтисады, социаль сәйәсәте, аш-һыуы һәм башҡалар тураһында һүҙ алып барабыҙ. Иң мөһиме - тапшырыуҙарҙы ошо төбәктә йәшәгән кешеләр менән бергә эшләйбеҙ. Улар тотош илгә үҙҙәре тураһында һөйләү мөмкинлегенә эйә. Тап уртаҡ эш форматы тапшырыуҙарҙы ифрат ҡыҙыҡлы итә", — тип һөйләне "Башинформ"ға Фәрит Әләүетдинов.
"Башҡортостан Республикаһы көнө"нән һуң шылтыратыуҙар күп булған, кешеләр төбәгебеҙҙең туристик урындарына, иҫтәлекле ерҙәренә бәйле һорауҙар биргән. Күп нәмә рус тамашасыһы өсөн асыш булған.
"Башҡортостандың иҡтисад өлкәһендәге ҡаҙаныштары барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы, республиканың быға тиклем федераль эфирҙа үҙе тураһында ентекләп һөйләү мөмкинлеге булманы. Төбәктең иҫтәлекле урындары тураһында аҙ билдәле ине", — тине Фәрит Мәсүм улы.
Телетапшырыуҙар әҙерләү өсөн ҙур эш алып барылған. Бер ай дауамында төрлө осрашыуҙар, съемкалар, әңгәмәләр ойошторолған. Журналистар мөмкин тиклем киңерәк мәғлүмәт тупларға тырышҡан.
Фото: "Башинформ".