Мәскәүҙә “Известия Hall” залында үткән тантанала “ПРО Образование-2022” бөтә Рәсәй мәғариф журналистикаһы конкурсы еңеүселәре һәм финалсылары бүләкләнде.
Наградалар 12 төп һәм биш махсус номинацияла тапшырылды. Быйылғы конкурсҡа илдең 77 төбәгенән 989 ғариза тапшырылғайны.
– “Мәғарифты үҫтереү проблемалары” бөтә Рәсәй конкурсы быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә конкурс илебеҙ журналистикаһында төп ваҡиғаларҙың береһенә әүерелде. Ул сағыу, талантлы журналистарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, медиаберләшмә вәкилдәрен туплай. Һеҙ мәғариф сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен яҡтыртаһығыҙ, уны киң аудиторияға еткерәһегеҙ. Был бик яуаплы эш, сөнки йәштәргә белем, тәрбиә биреү өлкәһендә мөһим, көнүҙәк темаларҙы күтәреп, һеҙ конструктив фекер алышыуға булышлыҡ итәһегеҙ, уҡытыусы һөнәренең абруйын нығытыуға тос өлөш индерәһегеҙ, дәүләт власы органдарының һәм ата-әсәләрҙең айырым иғтибарын талап иткән мәсьәләләрҙе билдәләйһегеҙ”, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов тантанала сығыш яһап.
Премия лауреаттарына наградаларҙы мәғариф министры урынбаҫары Денис Грибов, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Мәғариф министрлығы, Йәмәғәт палатаһы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф өлкәһендәге эксперттар, танылған уҡытыусылар һәм журналистар тапшырҙы.
Иң-иңдәр араһында Башҡортостан вәкиленең дә булыуы ҡыуаныслы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Ирина Фәйрушина һөнәри белемде модернизациялау тураһындағы иң яҡшы материал өсөн “ПРО Образование-2022” конкурсында еңеүсе тип танылды.
Фото: проф.обр.рф
Сығанаҡ: проф.обр.рф