Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайликтың эш осрашыуы булып үтте.
Андрей Назаров Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығының ҙур эш башҡарыуын билдәләп үтте.
“Республикаға федераль ҡаҙнанан төрлө йүнәлештәргә бүленгән аҡса йыл һайын ҙур күләмдә килә. Быйыл 95 миллиард һумлыҡ ҡаҙна-ара трансферт килде. Рәсәй Ҡаҙналығы шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың үтә күренмәле һәм контролдә тотолған схемаһын булдырыуға ярҙам итә. Аҡсаны маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланыу осраҡтары кәмене”, – тине Андрей Назаров.
“Башҡортостанда эш ныҡлы бара, шуға күрә беҙ бында етди яңылышыуҙарҙы күрмәйбеҙ. Эш планлы рәүештә бара”, – тине Александр Михайлик.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.