Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь , 11:25

Миләүшә Ҡаһарманова өләсәй булған

Миләүшә өлкән ҡыҙы Лилиәнең һорауы буйынса дауаханала бәпес тыуҙырыу мәлендә ҡатнашҡан. Был тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла, яуаплы ла, ғөмүмән, мөғжизәле мәл хаҡында бына нимәләр һөйләне ул... 

Миләүшә Ҡаһарманова өләсәй булған
Миләүшә Ҡаһарманова өләсәй булған

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованы яңы дәрәжә менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бәпес һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫһен. 

Миләүшә өлкән ҡыҙы Лилиәнең һорауы буйынса дауаханала бәпес тыуҙырыу мәлендә ҡатнашҡан. Был тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла, яуаплы ла, ғөмүмән, мөғжизәле мәл хаҡында бына нимәләр һөйләне ул. 

“Күптәр “Һине кем унда индерҙе ул?” тип һорап яҙа. Хатта Тәлғәт улым да “Ул врач што ли” тип аптыраған. Хәҙер һөйләйем роддомға ҡалайтып барып эләккәнемде.

Хәҙерге балалар вис планировать итеп кенә йәшәй бит. Өйләнәләр, донъя күреп алалар, йортло, машиналы булалар, шунан ғына бәпескә сират етә. Быларҙыҡы ла шулай көтөп алынған бала. Бар сабырлыҡтарын йыйып көтөүселәр улар буласаҡ өләсәй-олатайҙар инде. Бигерәк тә ҡоҙа менән ҡоҙағый.

Бәпәй булырын белгәс тә, ҡыҙым әйтеп ҡуйҙы: “Әсәй, роддомда мин һиңә генә доверять итә алам”. Как бутта мин министр здравоохранения һәм медицинала нимәлер беләм? Так то беләм ул аҙыраҡ. Әсәйем акушерка булғас, бала саҡта, үҫмерлектә уға эйәреп вызовтарға күп йөрөнөм. Бала тыуҙырыу йәки бала тыуҙырыусыға ярҙам итеп район үҙәгенәсә оҙатышып барған саҡтар ҙа эләкте. Бер нисә тапҡыр ярҙам итеп, “бери-подай”ҙа ла йөрөнөм. Шул тәжрибәмде иҫкә төшөрөп тә, унан ғына ла түгел, балама ҡаршы төшә алмай ризалаштым. Срогы ҙурая бара онотолор әле, тигәнгә өмөтләнгәйнем. Тик онотоу ҡайҙа? Мәле етеүгә былар минән документтар йыйҙыра башланы, медосмотр үттем, бальнис менән килешеү төҙөнөм һәм башҡалар. Вис башҡарып йөрөйөм, әммә һаман берәй яйы сығып ситтә ҡалыныр әле, тип уйлайым. Юҡ, былар мине һағалай. Командировкаларымды отменять итергә тура килде хәҙер. Роддомға инеп китте лә, “өйҙәһеңме” тип телефондан тикшереп кенә тора. Һәм кисә шылтырата: әсәй, килеп ет. Бәләкәй ҡыҙҙың медицинский кейемдәренең ҡайһыһы һыя шуларын йыйып алдым да, елдерҙем. Неужәли индерерҙәр икән, моғайын, берәй нәмә тип кире бороп сығарырҙар, тип, икеләнеңкерәп барһам, мине генә көтөп торғандар тиерһең, йүгертеп апарып ҡыҙым ҡашына ултыртып та ҡуйҙылар.

Аврора урамындағы Перинаталь үҙәк был. Яңы дауахана. Бөтөн уңайлыҡтар бар. Заманса йыһазландырылған, бөтә ерендә компьютер ҡорамалдары, пультҡа ғына баҫып тикшереп торалар, ҡыҫҡаһы. Тик ниндәй заманда ла баланы ҡатын кеше үҙе тыуҙыра бит инде. Бында ла шул риүәйәттәрҙә һөйләнгән, шиғырҙарҙа сурытылған тулғаҡ ғазабы башланды. Белгән һәм белмәгән аяттарымды ятлап, телем көрмәлеп китте. Ахырҙа Ҡөрьән сүрәләрен телефоныма тауышһыҙ ғына ҡуйып, кеҫәмә һалып алдым. Шулай тынысыраҡ һымаҡ ине. Былай персонал шул хәтлем яҡшы булды. Акушерка ла, врач-гинеколог та, башҡа белгестәр ҙә инеп-сығып ҡына йөрөнө. Хатта заведующий ир кеше лә ишектән башын тығып ҡараны. Мине күреп: “А вы кто?” - тине. “Завотделением” - тием. “А я думал завотделением это я”- ти. Мин әйтәм: “Ой, не знала, тогда я главврач инде” - тием.

Нисек итһәм дә иттем, карауаттың бер башына, бер осона сығып, ҡуша ҡаңғырып, буталанып йөрөп шунда, бәпәй таптырҙым инде. Аҙаҡтан да эргәһендә булып, ҡоротлап һурпа эсереп, балаһын тоторға, имеҙергә өйрәтеп ҡайттым. Шул ярты көн эсендә бәпескә эҫенеп өлгөрөлдө ул. Бығаса күңелдә бер хис тә юҡ һымаҡ ине, тотоп еҫкәгәйнем, эстә йоҡлап ятҡан бөтөн тойғолар ҙа уянды ла китте. Ҡыҙыҡ була икән шулай...”

Фото: М.Ҡаһарманованың шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в