Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2022, 19:00

Яҡташыбыҙҙың йорто - сүп-сарҙан...

Кем хаҡлы: хужамы, әллә дәғүә белдергән күршеләреме?

Яҡташыбыҙҙың йорто - сүп-сарҙан...
Яҡташыбыҙҙың йорто - сүп-сарҙан...

Нефтекамала йәшәгән Ришат Миңлеғәлиевтең хыялы тормошҡа ашҡан: Өфөлә архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлаған, баҡсасылыҡ ширҡәтендәге дүрт сутый ерҙә йорт төҙөгән, тик ул ғәҙәти түгел, ә сүп-сарҙан.

Тәүҙә үк ул магазиндан бер ни ҙә һатып алмаҫҡа, ныҡлы йортто иҫке-моҫҡонан да төҙөп булыуын раҫларға уйлаған. Бөтә ҡала буйлап көн һайын йөрөп, сүп контейнерҙарынан иҫке ишек, таҡта, тәҙрә рамдарын ташыған.

Бер нисә йыл эсендә өс ҡатлы йорт ҡалҡып сыға. Ришат Миңлеғәлиев үҙ ҡулдары менән яһаған күп тәҙрәле “мөғжизә” менән ғорурлыҡ кисерә. Тик бына күршеләре генә ҡәнәғәт түгел: конструкцияның ныҡлы булмауын күреп, уның кинәт емерелеүенән йәки янғын сығыуынан бик хәүефләнәләр. Был хәл үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштергән. Күршеләр бындай йортто төҙөү законды боҙа, ҡурҡыныс тыуҙыра, тип иҫәпләй. Ә архитектор “проектты экологик программаға индереү өсөн заявка бирҙем, мине хакимиәттә аңламайҙар, яҙға тиклем һүтергә ҡуштылар” тип дәғүә белдерә. Ир күршеләрҙең ялыуҙары буйынса һалынған бөтә штрафтарҙы түләп бара, бер ниндәй бурысы ла юҡ, шулай уҡ биләмәһендә лә, йорт эсендә лә таҙа, ти уны белгәндәр.

Күршеләрҙең дәғүәһе лә аңлашыла, йорт юлға бик яҡын урынлашҡан, бер тәмәке төпсөгө төшһә лә, гөлт итеп ҡаласаҡ, тип хәүефләнә барыһы ла. Ришат Миңлеғәлиевтең байтаҡ ваҡыт ҡала шахмат федерацияһына етәкселек итеүен, ярыштар ойоштороуын, яңы исемдәр асыуын да хәтерләй нефтекамалар, тип яҙа Ufa.kp.ru. “Башына нимәне алһа, уны эшләмәй ҡалмай, кешенең фекерендә уның эше юҡ”, тип һүрәтләй уны таныштары. Яңыраҡ архитектор күршеһендә генә яңы ер участкаһы алған, мунса төҙөмәксе, тик ниндәй материалдан – әлегә бер кем дә белмәй.

Фото: Ufa.kp.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: