Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 14:05

Башҡорт гимназияһында тәмле ашаталар

Балаларға туҡлыҡлы һәм витаминдарға бай аш-һыу бирелә

Башҡорт гимназияһында тәмле ашаталар
Башҡорт гимназияһында тәмле ашаталар

Өфөгә иң шәп мәктәп ашнаҡсылары йыйылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Дөрөҫөрәге, баш ҡалабыҙҙа “Иң яҡшы мәктәп ашаханаһы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы ойошторолдо. Конкурс беҙҙә осраҡлы уҙманы, сөнки Башҡортостан был йәһәттән бүтәндәргә өлгө булып тора.

Өфөнөң тап үҙәгендә урынлашҡан Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында был тәңгәлдә хәлдәр нисек?  Ошо һорауға яуап алыу маҡсатында, бер нисә ата-әсә, белем усағына юлландыҡ. Ҡыҙ һәм малайҙар иртәнге ашты ашап ултыра ине. Маҡтанмайым, әммә башҡорт гимназияһында ашнаҡсыларҙың телеңде йоторолоҡ итеп аш-һыуҙы тәмле әҙерләүҙәрен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек.

Белем биреү учреждениеһында балаларҙың туҡланыуына яуаплы Айгөл Кәлиева һөйләүенсә, ашханала санитар-гигиена талаптары тулыһынса үтәлә, ашнаҡсылар бурыстарын намыҫ менән башҡара. Балаларға һәр саҡ йылы бутҡа, аш, сәй, ғөмүмән, туҡлыҡлы һәм витаминдарға бай аш-һыу бирелә, бөгөн генә мейестән сыҡҡан икмәк килтерелә.

Фото: Айгөл Кәлиева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: