Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләй. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай.
Мәрйәм апай Бураҡаевның «Тормош һабаҡтары» дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә, эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Сәс ебәк кеүек ялтырап торһон өсөн эркет һыуында йыуғандар.Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто «башҡорт пенициллины» тип әйтмәйҙәрҙер.
Һимеҙ ит ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.
Ҡорот яһау мәшәҡәтле эш. Ғәҙәттә, ул шулай эшләнә: айыртылған һөттө ҡайнатып, ҙур ағас тәпәнгә йыйып, ҡатыҡ итеп әсетелә. Һуңынан ҡайнатылып, һыуы һарҡытыла, эремсек кеүек һығып алына һәм паста рәүешле масса килеп сыға (йәш ҡорот). Уны оҙағыраҡ һаҡлау өсөн бер аҙ тоҙлап, 7-10 сантиметр диаметрында шарҙар әүәләп, күләгәле урында киптерәләр, ҡайһы бер осраҡта ыҫлайҙар. Кипкән ҡоротто бик оҙаҡ һаҡларға була. Кәрәк ваҡытта уны бысаҡ менән ҡырып, ҡайнар һыуға болғап ҡулланалар. Аҡ май ҡушып ебәргәндә, ул майлы һурпа тәмен бирә. Хатта ике йыл һаҡланған ҡоротта ла С витамины бар. Айырым махсус һауыт талап ителмәгән оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеге, ризыҡ булараҡ тулы ҡиммәтлелеге, дауалау сифаттары ҡоротто оҙайлы сәфәр һәм экспедициялар ваҡытында алыштырғыһыҙ итә.
Ошо көндәрҙә иһә Хәйбулла оҫталары үҙенсәлекле ҡорот яһау рецепты менән бүлешкән. Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмәндә хәбәр итеүҙәренсә, Һаҡмар- Наҙарғолдарҙың ҡорот оҫтаһы тигән даны күптән таралған.
"Уларҙы әленән әле теге йәки был күргәҙмәләрҙә йыш күрергә тура килә. Ауыл уңғандарының береһе - Эльвира Юнысова урындағы телевидение әҙерләгән “Милли ризыҡ” тапшырыуының сираттағы сығарылышында ҡорот эшләү серҙәре менән бүлешә. Ҡарайбыҙ, дуҫтар!" , – тип яҙа хәйбуллалар.