Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 15:00

Кешелекле лә, туған йәнле лә

Конкурста ҡатнашҡан сираттағы әсәй менән таныштырабыҙ.

Кешелекле лә, туған йәнле лә
Кешелекле лә, туған йәнле лә

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә ойошторолған конкурста ҡатнашҡан Фәнзилә Шафиҡова - Әлшәй районының Ибрай ауылынан. Бик туған йәнле кеше ул, биш балалы ғаиләлә иң оло апай булып үҫкәнгәлер, яҡындары тураһында хәстәрлек күреү ҡанына һеңгән. Әле лә шулай: туғандары уларҙың йортонан өҙөлмәй, йыш ҡына апаларына кәңәш һорап киләләр. 30 йыл Өфө киҙе-мамыҡ фабрикаһында эшләгән. Хәҙер уңған әсәй Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эшләй. Ул – хеҙмәт ветераны, почет таҡтаһында ла уның фоторәсеме эленеп торған.

Фәнзилә менән Радик Шафиҡовтар Азат исемле ул тәрбиәләгән. Ул үҙе күптән ғаиләле инде. Ҡатыны Регина менән Әлфиә һәм Байрас исемле балалар үҫтерәләр. Улар - Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары.

Тырыш, уңған, дәртле, бар ергә лә өлгөргән Фәнзилә Шафиҡова өсөн дә тауыш бирегеҙ, төркөмдәштәр, лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, комментарийҙар яҙығыҙ.

Фотолар Фәнзилә Шафиҡованың ғаилә архивынан.

Кешелекле лә, туған йәнле лә
Кешелекле лә, туған йәнле лә
Кешелекле лә, туған йәнле лә
Кешелекле лә, туған йәнле лә
Кешелекле лә, туған йәнле лә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: