Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 14:27

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!

Матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләгән ғаиләләр тәбрикләнде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

27 ноябрҙә матур байрам – Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы сара ойошторолдо. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан әсәйҙәр килгәйне.

 

Балалары өсөн йәнен аямайҙар

 

Залда сығыш яһар алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус операция ваҡытында һәләк булған һәм әле Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған хәрбиҙәрҙең ата-әсәһе менән аралашты. Ул шулай уҡ республикала гуманитар йөктө туплау һәм уны ебәреү буйынса координация үҙәгенең ойошторолоуы хаҡында әйтте. Әйткәндәй, гуманитар йөк хәрби операция барған урындарға һәр ике аҙна һайын ебәреләсәк.

Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре исеменән үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибар, ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылындағы улы йәшәгән урамдың төҙөкләндерелеүе хаҡында һөйләне. Хәҙер урам Рәсәй Геройы исемен йөрөтә.

Күп кенә әсәйҙәр, шул иҫәптән Роза Нәсибуллина үҙе лә, Республика кардиология үҙәгендә дауаланыу курсы үткән. Был хаҡтағы ҡарарҙы республика Башлығы ҡабул иткәйне.

"Әсәйҙәр – хәстәрлек, һөйөү билгеһе, һәр саҡ бар яҡлап балаларын бөтә көсө менән һаҡларға, яҡларға тырыша, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, фиҙакәр хеҙмәткә фатиха бирә, – тине залда йыйылған әсәйҙәрҙе ҡотлау һүҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙҙең әсәйҙәребеҙ һәр йәһәттән алдынғы, талантлы. Улар балалар тәрбиәләй, төрлө һөнәр оҫталары булып таныла. Һеҙҙең арағыҙҙа икмәк бешереүселәр, табиптар, һатыусылар, бер нисә быуын хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар.

Республикабыҙҙа бер-береңә ярҙам итеү көслө. Халҡыбыҙ ысын хеҙмәт ҡаһарманлығын күрһәтә. Әсәйҙәр һәм ҡатындар посылкалар ебәрә, ирекмәнлек цехтарын аса, хатта өләсәйҙәр ҙә ситтә тороп ҡалмай: бейәләй бәйләйҙәр". 

Республикабыҙҙа бер-береңә ярҙам итеү көслө. Халҡыбыҙ ысын хеҙмәт ҡаһарманлығын күрһәтә. Әсәйҙәр һәм ҡатындар посылкалар ебәрә, ирекмәнлек цехтарын аса, хатта өләсәйҙәр ҙә ситтә тороп ҡалмай: бейәләй бәйләйҙәр".

Республика Башлығы Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаиләнең яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителеүе, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаиләнең йәшәүе, был йәһәттән республикабыҙҙың Волга буйы федераль округында беренсе урын яулауы хаҡында әйтте. Ошондай ғаиләләрҙә 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Әйткәндәй, Балтас районынан Альбина Хәйҙәршина – 13, Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡорманаева ун бала тәрбиәләй. Улар – ысын герой әсәләр һәм юғары дәүләт наградаһына тәҡдим ителгәндәр.

Благовещен районынан Миңнезаһиҙә Зәки ҡыҙы һәм Владимир Иванович Шичкиндар ғаиләһе үҙҙәренең өс балаһын аяҡҡа баҫтырған һәм тағы 46 баланы тәрбиәгә алған.

 “Ныҡлы, татыу ғаилә – ул берҙәм хеҙмәт, уның өсөн награда – лайыҡлы балалар. Бөгөн беҙҙең арала ғаилә йолаларын һаҡлап ҡалыу өсөн геройҙар, чемпиондар, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ата-әсәләр бар”, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Алты ғаиләгә – алты награда

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына республикаға дан килтергән, батырлыҡ күрһәткән йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен, хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад, спорт йәиһә башҡа әһәмиәтле эшмәкәрлектә үҙенсәлекле ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр, өс һәм унан күберәк инвалид балаларҙы уллыҡҡа алған ата-әсәләр лайыҡ була.

 Башҡортостан Башлығы ҡулынан ошондай миҙалды бер нисә ғаилә алды. Араларында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре лә бар ине.

 “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булған Рида Хәкимова – Саҡмағош районының Рапат ауылынан. Ул, үҙенең улдарынан тыш, фажиғәле ғүмере өҙөлгән һеңлеһенең дә ике балаһын аяҡҡа баҫтырған. Уларҙың береһе – танылған блогер, бейек тауҙарҙы яулаған Рөстәм Нәбиев. 

Дәүләт наградаһына Людмила менән Андрей Василевскийҙар ҙа лайыҡ булды. Улар – исеме тотош донъяға таныш хоккейсы Андрей Василевскийҙың ата-әсәһе. Башҡорт хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский, Рәсәй ҡапҡасылары араһында иң беренсе булып, “Конн Смайт Трофи” призын яуланы. Ә ул Милли хоккей лигаһы плей-оффының иң баһалы уйынсыһына бирелә.

 “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы барлыҡҡа килгәндән алып, был дәүләт наградаһына 38 ғаиләгә тапшырылған.

- Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: